ИОНОВ Виктор Иванович (14.8.1943, Ҡазан), физик. Физика‑матем. ф. канд. (1971). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1981). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1965). 1969—97 йй. ӨДНТУ‑ла эшләй. 1998 й. алып Нефтехимия эшкәртеү ин‑тында: производство һәм коммерция б‑са дир. урынбаҫары, 2001 й. башлап дир. 1‑се урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2001 й. алып ӨДНТУ‑ла автоматика һәм электроэнергетика каф. мөдире. И. ҡатнашлығында Пластобит‑2М юғары эффектлы изоляцион ҡаплама эшләнә, уның м‑н магистраль үткәргес торбаларҙы көпләү технологияһы ил пр‑тиеларында ҡулланыла. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 10 уйлап табыу авторы. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1983).

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке