ИНСЕКТИЦИДТАР, (лат. insectum — бөжәк һәм caedo — үлтерәм), ҡоротҡос бөжәктәргә ҡаршы көрәшеү өсөн химик препараттар. И. ш. уҡ акарицидтар (талпандарҙы бөтөрә), овицидтар (бөжәктәрҙең йомортҡаларын юҡ итә) һәм ларвицидтар (бөжәктәрҙең балағорттарын үлтерә) инә. Бөжәктәрҙең организмына үтеп инеү характеры б‑са контактлы (тәндәренә тейгәндә тәьҫир итәләр), эсәк (ашҡаҙан‑эсәк юлына ингәндән һуң тәьҫир итәләр), система (үҫемлектәрҙең көпшә системаһы буйлап таралалар, бөжәктәр уларҙы ашағандан һуң тәьҫир итәләр) И., фумиганттар (тын юлдары аша тәьҫир иткән И.) айырыла. Тәбиғи һәм синтетик И. бүленә. Тәбиғи И. — үҫемлектәрҙән (пиретриндар, никотин, азадирахтин), хайуандарҙан (нереистоксин) һәм микробиол. юл м‑н (авермектиндар, спиносиндар) алынған И., синтетик — хлорорганик, фосфорорганик И., карбаматтарға, пиретроидтарға, неоникотиноидтарға һ.б. айырыла. 200‑ҙән ашыу матдә нигеҙендә а.х. культураларын зарарлаған, ауырыу таратыусы бөжәктәрҙән һәм хайуандарҙың тышҡы паразиттарынан, аҙыҡ‑түлек запастарын (ҡара: Амбар ҡоротҡостары), туҡымаларҙы һ.б. материалдарҙы һаҡлау өсөн бер нисә мең препарат уйлап табылған. Башҡортостанда Б.В.һуғышы йылдарында Украина ССР‑ы ФА эвакуацияла булған осорҙа Физик химия ин‑ты тарафынан термик крекинг ҡалдыҡтары нигеҙендә тапма серәкәйе балағорттары (респ. бөтә һыу ятҡылыҡтарының биштән бер өлөшөн эшкәртеү ауырыуҙар һанын кәметә), беткә ҡаршы көрәшеү өсөн дезинсекция шыйыҡлыҡтарын булдырыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. 60‑сы йй. уртаһынан Бөтә Союз үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары ҒТИ‑ның Өфө филиалында В.Д.Симонов етәкс. хлорорганик И. әҙерләү б‑са ғилми‑тикшеренеү эштәре башлана, гексахлорбутадиен (виноград баҡсаларында филлоксераға ҡаршы көрәш өсөн И.), гексахлорциклопентадиен (бер нисә хлорорганик И. алыу өсөн сеймал) алыу углеводородтарҙы бер стадияла хлорлау ысулы эшләнә. 60‑сы йй. аҙ. метальдегид (моллюскыларға ҡаршы көрәш сараһы), 80‑се йй. метоксихлор (контактлы И.), м‑хлоранилин, этиланилин алыу технологияһы уйлап табыла (Симонов, Б.М.Недельченко, А.Ф.Анищенко, И.И.Шатохин һ.б.). 80‑се йй. Химия ин‑тында Г.А.Толстиков етәкс. пиретроидтарҙың яңы сығарылмаларын синтезлау, уларҙың препаратив формаларын табыу (Ф.З.Ғәлин, Ю.И.Муринов) һәм халыҡ хужалығында ҡулланыу өсөн перметриндың, дельтаметриндың, фенвалераттың биол. үҙенсәлектәрен өйрәнеү (Д.В.Әмирханов) б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. 60‑сы йй. Бөтә Союз үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары ҒТИ‑ның Өфө филиалындағы тәж. з‑дында (ҡара: Тәжрибә заводы) гексахлорбутадиен, гексахлорциклопентадиен, метальдегид етештереү башлана. 1981 й. алып м‑хлоранилин, 1985 й. — метоксихлор, 1986 й. — этиланилин сығарыу үҙләштерелә. Метальдегид алыу технологияһы 70‑се йй. башында ш. уҡ Северодонецк “Азот” ПБ‑нда етештереүгә индерелә. Респ. сәнәғәт һәм а.х. пр‑тиелары шәхси ярҙамсы һәм фермер хужалыҡтары өсөн ҡулланыуға рөхсәт ителгән И. көнкүреш химияһы тауарҙары рәүешендә (эреткестәр, эмульсия концентраттары, суспензиялар, еүешләнеүсән онтаҡтар, дустар, аэрозоль препараттар) даими сығарып тора. Етештереү күләме 2000 й. — 5626 т, 2004 й. 3715 т тәшкил иткән.

Әҙәб.: Леонтович А.В. Как побороть сыпной тиф и его передатчиков — платяную и головную вошь. Уфа, 1942; Гар К.А. Инсектициды в сельском хозяйстве. 2‑е изд., перераб. и доп. М., 1985.

А.М.Давыдов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018