ИМАШЕВ Урал Булат улы (17.1.1945, БАССР-ҙың Учалы р-ны Учалы а.), химик. БР ФА акад. (1995), химия ф. д‑ры (1980), проф. (1981). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1981), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1995). Б.Ғ.Имашевтың һәм Ғ.Ш.Имашеваның улы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1968) шунда уҡ эшләй (өҙөклөк м‑н), 1981 й. алып органик химия каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1991—92 йй. проректор, 1992—97 йй. Нефтехимия эшкәртеү проблемалары ин‑ты дир. һәм “Нефтехимпереработка” ҒПБ‑ның (Өфө) ген. директоры. Фәнни хеҙмәттәре һыҙыҡлы һәм циклик ацеталдәр, углеродтың көкөртлө окисы нигеҙендәге тиоэфирҙар химияһы һәм технологияһы проблемаларына арналған. И. тарафынан ацеталдәрҙең гетеро‑ һәм гомолитик реакцияларының законлыҡтары билдәләнә, полифункциональ гетероорганик берләшмәләр алыуҙың яңы ысулдары табыла, юғары эффектлы эреткестәр, пластификаторҙар, коррозия ингибиторҙары производствоға индерелә. Ул мазутты яңы катализаторҙар һәм тулҡын резонансы тәьҫирен файҙаланып эшкәртеүҙең технологик процесын һәм фәнни нигеҙҙәрен эшләй. БР‑ҙың Д.И.Менделеев ис. Химиктар союзы рәйесе (1992—95). 380‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 60 уйлап табыу авторы. Д.Ф.Варфоломеев ис. пр. лауреаты (2006). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Хеҙм.: Деметаллизация нефтей и нефтепродуктов. М., 1992; Окисление и стабилизация дизельных топлив. М., 1995 (авторҙ.); Основы органической химии М., 2011.

Т.П.Андрюшенко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке