АЙЫУҠАШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Өсбүлә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 12 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 140 км алыҫлыҡта Кесе Яубазы й. (Яубазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 407 кеше; 1920 — 741; 1939 — 546; 1959 — 305; 1989 — 178; 2002 — 207; 2010 — 200 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яҙма килешеүһеҙ (ҡара: Бобылдәр) керҙәшлек шарттарында типтәрҙәр нигеҙ һала, 1682 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1762 й.) билдәле. Шулай уҡ Әйүкәй (легендаға ярашлы, Әйүкә исеменән), Өсбүлә исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 70 кеше йәшәгән, 1865 й. 42 йортта — 224 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған.

Ф.Ғөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.