ҒАФУРИ М. ИСЕМЕНДӘГЕ ҮҘӘК МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ ЯЛ ПАРКЫ. Өфөлә урынлашҡан (Октябрь проспекты, 77/1). Майҙаны — 29,49 га. 1960 й. асыла. Парк терр‑яһы даими планировка м‑н айырыла; ултыртылған йәшел ағастар араһында ҡайын, ҡарағай, ҡорос ағас, миләш, сәтләүек ағасы, шыршы (ш. иҫ. зәңгәр), энәлек бар, күберәк имән һәм йүкә үҫә. Парктың көнсығыш өлөшөндә — “Балалар тимер юлы”, төньяғында — “Өйөрмә”, көньяғында — “Батут”, “Сыңғырлаҡ”, “Ҡояшҡай”, “Юнга”, көнбайышында “Күҙәтеү ҡуласаһы” аттракциондары урынлашҡан. 1964—76 йй. парк терр‑яһында планетарий эшләй. Паркта йыл әйләнәһенә пони һәм аттарҙа йөрөү, ҡышын конькиҙа шыуыу ойошторола; даими рәүештә респ. артистары һәм ижади коллективтары ҡатнашлығы м‑н төрлө киң мәҙәни саралар, ш. иҫ. эттәр күргәҙмәһе, саңғы ярыштары, һ.б. үткәрелә. Парк эргәһендә шахмат һәм шашка һөйөүселәр клубы, ҡала тынлы оркестры (2003 й. тиклем) эшләй. Парк составына “Йәштәр үҙәге” (2000 й. тиклем; Н.Ковшова урамы, 3/1) ингән.

Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика