ИЗОМЕРЛАШТЫРЫУ, химик берләшмәне уның структуралы изомерына әүерелдереү процесы. Катализаторҙар ярҙамында үткәрелә. И. ваҡытында молекуланың һөлдәһе, функциональ төркөмдәрҙең характеры йәки уларҙың молекулала урынлашыуы, комплекслы берләшмәнең геом. конфигурацияһы үҙгәрә, цикл тарая йәки киңәйә һ.б. Башҡортостанда 1968 й. алып Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дында (ҡара: “Каучук”) н‑пентанды артабан синтетик каучук етештергәндә сеймал итеп файҙаланылған изопренға дегидрирлау өсөн изопентанға И. ҡулайламаһы эшләй. Өфөнөң бөтә нефть эшкәртеү з‑дтарында яҡшыртылған экологик характеристикалы (составында бензол һ.б. ароматик берләшмәләр аҙыраҡ булған) автомобиль бензинын сығарыу мөмкинлеген биргән еңел бензин фракцияларын И., ш. иҫ. н‑алкандарҙы мотор яғыулығының октан һанын күтәреү өсөн изоалканға И. ҡулайламалары бар.

А.Ф.Әхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.