ИНСТРУМЕНТАЛЬ КӨЙ, халыҡ инструменталь, ғәҙәттә, бейеү көйө. И.к. өсөн төрлө жанр һәм тематика хас. Ҡыҫҡа саҡырыу‑сигналдан ғибәрәт булған һунарсы, ҡарауылсы И.к., хәрби марштарға, төҫлө тауышҡа оҡшатыу характерындаƒы программа-һүрәтләү пьесаларына (ҡара: Программалы музыка) һ.б. айырыла. Йыш ҡына И.к. башҡарырҙан алда сюжет йәки программаларҙың нигеҙе, композиция формаһының сығанағы булған легенда йәки риүәйәт һөйләнә. Ғәҙәттә, И.к. геогр. объекттар, ир, ҡатын‑ҡыҙ исемдәре м‑н атала (“Турат сағылы”, “Йәйәүле Мәхмүт”, “Юлтый”, “Мөғлифә”). Көньяҡ‑көнсығыш башҡорттарында ҡош, хайуан тауыштарына, ат юртыуы, ел шауы, йылға сылтырауына һ.б. оҡшатыу оҫталығы киң таралған була: “Бала ҡарға”, “Күгәрсен”, “Кәкүк”, “Ҡор”, “Саптар юрға”, “Сыңрау торна”, “Һуйыр уйыны” һ.б. Бигерәк тә бейеүселәр ҡысҡырыу, һыҙғырыу, һамаšлау šушып башҡарған һуғышсан ир‑егет бейеүҙәренең көйҙәре айырылып тора: “Байыҡ”, “Ҡараһаҡал”, “Солтанаҡов” (“Султанаков”), “Һунарсы” һ.б. Төрлө тарихи ваҡиғаларға арналған И.к. билдәле: “Бүгәс маршы”, “Ҡазанды алған марш”, “Маршрут”, “Перовский”, “Порт‑Артур”, “Салауат”, “Салковский” (ҡара: “Аҡмәсет”) һ.б. Айырым төркөмдө башҡа милли мәҙәниәттәр йоғонтоһонда ижад ителгән бейеү И.к. — “Казак- тар бейе¢е” (“Казачий”), “Полька”, “Тәрпәкә” һ.б.; йырҙарҙың инструменталь варианттары — “Гөлнәзирә”, “Зарифа”, “Хәтирә” һ.б. тәшкил итә. Ҡайһы бер йырҙарҙың инструменталь версиялары (“Аҡһаҡ ҡола”, “Ҡара юрға”, “Ҡуңыр буға” һ.б.) төрлө тауышҡа һәм ритмға оҡшатыу эле- менттарына эйә. Оҙон көйҙөң инструменталь варианттарына бай орнаментика, киң диапазон хас: “Ашҡаҙар”, “Буранбай”, “Урал”, “Эскадрон”, “Әрме”. Инструменталь халыҡ музыкаһы халыҡ байрамдарында, туйҙарҙа, кисәләрҙә (ҡара: Аулаҡ), һәләк булған яугирҙар, хөкөм ителгәндәр иҫтәлегенә һ.б. уйналған. И.к. яңғыҙ башҡарыла (баян, гармун, думбыра, ҡумыҙ, ҡурай, ҡыл‑ҡумыҙ, скрипка) һәм ансамблдә уйнала.

Әҙәб.: Ахметжанова Н.В. Башкирская инструментальная музыка. Наследие. Уфа, 1996; Рахимов Р.Г. Башкирская народная инструментальная культура: этноорганолог. исслед. Уфа, 2006.

Н.В.Әхмәтйәнова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018