ИМЕНЛЕК ОРГАНДАРЫ ТАРИХЫ МУЗЕЙЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1987 й. СССР именлек органдарының 70 йыллығы айҡанлы БАССР‑ҙың КГБ музейы булараҡ ойошторола, 1995 й. алып Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең БР б‑са идаралығы И.о.т.м., 2010 й. башлап Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте БР б‑са идаралығының Тарих залы. Зал фондында 3 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. ветерандарҙың шәхси әйберҙәре, наградалары, ҡоралдары, тамамланған енәйәт эштәре б‑са материалдар. Өфө губерна ғәҙәттән тыш комиссияһы һәм Бәләкәй Башҡортостан терр‑яһында Башҡ‑н ғәҙәттән тыш комиссияһының ойошторолоу тарихына һәм эшмәкәрлегенә, Рәсәйҙә именлек органдары үҫешенә арналған экспозиция 3 залда урынлашҡан. Музейҙа ветерандар м‑н осрашыуҙар, экскурсиялар үткәрелә.

Ю.В.Минаев

   Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018