ЕГЕРМЕ БИШЕНСЕ ЧАПАЕВ ДИВИЗИЯҺЫНЫҢ ЙОРТ-МУЗЕЙЫ. Өфө р‑ны Ҡыҙылъяр а. урынлашҡан. 1940 й. М.В.Фрунзе һәм В.И.Чапаев ис. йорт-музей булараҡ ойошторола, 1962 й. хәҙ. исемен йөрөтә (1962—2005 йй. Милли музей филиалы), 2005 й. “Ҡыҙылъяр” тарихи-мәҙәни үҙәге составында. Музей фондында 4,5 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. телефон аппараты (1919), һуғыш ҡоралы, Чапаев див. частарының Ағиҙел й. аша сыҡҡан пароход макеты, Ғ.С.Мостафин эштәре серияһы бар. 4 залда урынлашҡан экспозицияла священник Ф.Д.Бельский ғаиләһенең көнкүреш әйберҙәре, йорт йыһаздары, М.В.Фрунзе, В.И.Чапаев, В.О.Каппель, А.В.Колчак, М.В.Ханжиндың тормошо һәм эшмәкәрлеге, Көнсығыш фронттың һуғыш хәрәкәттәре т‑да фото һәм документаль материалдар күрһәтелгән; ялан лазареты һәм штаб йыһазы күренеше тергеҙелгән; күргәҙмә залы бар. 1940 й. музей терр‑яһында Фрунзеға һәйкәл (скульпторы И.А.Менделевич) ҡуйылған. Музей бинаһы — 19 б. 1‑се яртыһына ҡараған тарих ҡомартҡыһы.

Л.К.Дударева

Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика