ИЗМАЙЛОВ Руслан Борисович (17.9.1939, Ҡаҙаҡ ССР‑ы Ҡарсаҡбай ҡсб — 5.2.2002, Салауат ҡ.), инженер-технолог. Техник ф. канд. (1973), проф. (1995). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1981), СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы. СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986). ӨНИ‑не тамамлаған (1962). 1964—69 йй. Салауат нефтехимия комб‑тында эшләй, 1970 й. алып ӨДНТУ‑ла: 1979 й. — химик‑технологик процестар каф. мөдире, 1984 й. — Салауат филиалы директоры. Фәнни хеҙмәттәре нефть эшкәртеүҙе тәрәнәйтеү технологияларын уйлап табыуға, нефть эшкәртеү һәм нефтехимияла вакуумлы ректификация ҡорамалдарын камиллаштырыуға, төрлө эреткестәр ҡулланып нефтехимия продукттарын вакуум ярҙамында ҡыуыуҙы интенсивлаштырыуға арналған. И. ҡатнашлығында плёнкалы парландырғыс һәм селтәрле регуляр насадкалар уйлап табылған, улар “Газпром нефтехим Салават”, “Пермьнефтеоргсинтез” ААЙ‑ларында индерелә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 8 уйлап табыу авторы.

Ю.М.Абыҙгилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.