АЙЫУКҮЛ ҺАҘЫ, Краснокама р‑ны Яңы Ҡабан а. төньяҡ-көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан Ағиҙел й. басс. һаҙлыҡ. Күтәренке һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 630 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 2,7 м, иң ҡалыны — 5,0 м. Ер өҫтөһыуҙары м‑н туйына. Ҡайын, уҫаҡ,боросло ҡымыҙлыҡ, күрән, сыбар һаңғырау кесерткән, һаҙ ҡолонғойроғо һ.б. үҫә. Ҡабан, мышы, урман эте, һеләүһен, ябай төлкө һ.б., аҡ сикәле ҡарағаҙ, ҡаңғылдаҡ аҡҡош, мәрйенгүҙ, тәгәрлек, һаҙ ҡаҙы  һ.б. йәшәй.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018