ДУҪЛЫҠ МОНУМЕНТЫ, Башҡортостандың Рәсәй составына инеүенә 400 йыл тулыу айҡанлы төҙөлгән тарих ҡомартҡыһы (ҡара: Монументаль сәнғәт). Өфөлә (Беренсе Май майҙаны) урынлашҡан. 1957 й. 14 июнендә нигеҙ һалыу тантанаһы була. Скульпторҙар М.Ф.Бабурин һәм Г.П.Левицкая проекты б‑са архитекторҙар Г.И.Гаврилов, Е.И.Кутырёв тарафынан эшләнә; 1965 й. 7 авг. асыла. Һәйкәл үҙенсәлекле художество төҙөлөшө йәһәтенән айырылып тора: бронза рельефлы 4 ҡырлы нигеҙгә ултыртылған гранит обелиск (30 м бейегерәк; ҡынға һалынған ҡылысты символлаштыра); уның уң һәм һул яҡтарында 2 бронза скульптура — Рәсәйҙе һәм Башҡортостанды (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы) кәүҙәләндергән ҡатын-ҡыҙ һындары. Уларҙың ҡулындағы лавр веногы (тыныслыҡ символы) рельефтың уртаһына йүнәлтелгән, ве нокта башҡ. ырыуҙары вәкилдәре һәм урыҫ баярҙарының тарихи осрашыуы һүрәтләнгән. Обелиск 3 таш билбау м-н 4 быуатты символлаштырған 4 өлөшкә бүленгән. Рельефтың ҡала яғына ҡараған өлөшөндәге һындары төҙөлөштө, а.х., нефть һәм химия сәнәғәтен символлаштыра; эргә яҡтарҙағы 2‑һе фән һәм мәҙәниәткә арналған. Һәйкәлгә “1557—1957”, “Урыҫ һәм башҡорт халыҡтарының туғандарса дуҫлығына бөйөк дан!” (“Слава великой братской дружбе русского и башкирского народов!”) һөйләмдәре соҡоп яҙылған. Д.М. Ағиҙел й. гранит баҫҡыс (100 тупһалы) күтәрелә. Монументтың ауырлыҡ үҙәге ерҙә планлаштырылған нөктәнән түбәндә тора, был уға тейешле тотороҡлоҡ бирә. Д.М. өсөн файҙаланылған төрлө төҫтәге гранит (алһыу, һоро) уға айырыуса тәьҫирлелек һәм тантаналылыҡ өҫтәй. Д.М. янында ижт., сәйәси һәм тамаша‑күңел асыу саралары үткәрелә.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018