ИШЕМҒОЛОВ Дамир Нуретдин улы (1.2.1943, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Бәләкәй Әбеш а.), рәссам. БР‑ҙың халыҡ (2014)  һәм атҡ. (2001) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). С.Н.Ишемғоловтың ҡустыһы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1971; педагогтары Л.Ф.Мөғтәбаров, К.П.Чаругин). 1975—95 йй. Башҡ‑н ижади-производство комб‑ты рәссамы, 1996—2010 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта. Ижадында өҫтөнлөк иткән неопримитивизм (ҡара: Һынлы сәнғәттә реалистик булмаған ағымдар) һыҙаттары эштәренең стилистикаһында һәм образдарҙы сағылдырыуҙа күҙәтелә. Уларға киңлекте тарайтыу, тупаҫыраҡ пластика һәм кеше фигураларын боҙоп һүрәтләү хас; төҫлө таптарҙы ҡаршы ҡуйыу, уларҙы ритмлы аралаштырыу предметтарҙың һәм фигураларҙың контурын асыҡлай. Башлыса жанрлы мотивтарға мөрәжәғәт итә: “Бушап ҡалған ауыл” (1977), “Бесән өҫтө” (1988), “Ҡорбан” (1991), “Юғалған кәзәне эҙләү” (1992). Байтаҡ эштәрендә авторҙың тарих, ваҡыт ағышы, кеше хәтеренең тотороҡлолоғо т‑да уйланыуҙары сағылыш таба: “Тәүлек”, “Тышалған ат” (икеһе лә — 1991), “Атай-әсәй иҫтәлегенә” (1993), “Реквием” (1994), “Лампалы кеше” (2016). Башҡорттарҙың милли үҙенсәлектәре, рухи ҡимәттәре “Һыу юлы”, “Ғаилә” (икеһе лә — 2008), “Әбеш”, “Тыуған йорт” (икеһе лә — 2012) картиналарында сағылыш таба.  “Инйәр” (1989), “Һары бейә” (1989) ижади төркөмдәре, “Артыш” ижади берекмәһе (1995; ҡара: Художество төркөмдәре һәм берекмәләре) ағзаһы. 1982 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре — Өфө (1996, 2008, 2013). Эштәре БДХМ, “Урал” галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Ш.Мәржәни ис. Фәнни һәм мәҙәни программаларға булышлыҡ итеү һәм үҫтереү фонды (Мәскәү),  Силәбе, Новосибирск картиналар галереялары коллекцияларында һ.б., Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Дамир Ишемгулов. Живопись. Графика: каталог/авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 1996.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018