ИВАНОВА Светлана Романовна (6.10.1943, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Яңауыл ҡсб), химик. Химия ф. д‑ры (1992), проф. (1994). БДУ‑ны тамамлаған (1968), 1969 й. алып шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре полиолефиндарҙың йүнәлешле деструкцияһы процестары катализын тикшереү һәм кондициялы булмаған полиолефиндарҙы эшкәртеү, көкөрт берләшмәләренән арындырыу иҫәбенә нефть фракцияларының сифатын яҡшыртыу, мономерҙар алыу проблемаларына бәйле. И. тарафынан аҙыҡ-түлек һәм мед. препараттарын төрөү өсөн файҙаланылған поливинилхлорид нигеҙендәге зарарһыҙ композицияларҙың рецептуралары уйлап табыла һәм етештереүгә индерелә. Уның ҡатнашлығында эластомерҙарҙы галогенлау ысулы (“Нижнекамскнефтехим” ААЙ-нда индерелгән), һыулы мөхиттә поливинилхлоридты тотороҡландырыусы металл карбоксилаттарын бер стадияла синтезлау ысулы (“Каустик” ААЙ‑нда индерелгән) эшләнә. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт, 33 уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (2004).

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018