ИБРАҺИМОВ Әсхәт Ғабдрахман улы (4.4.1950, Ҡаҙаҡ ССР‑ының Көктал а.), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (1994), проф. (1996). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2011). Ҡазан химия‑технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1972) Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда, 1976 й. алып Химия ин‑тында эшләй, 1992 й. башлап Нефтехимия һәм катализ ин‑тында төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре органик һәм металл‑органик синтезлауҙағы металл комплекслы катализ өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Уның ҡатнашлығында туйындырылмаған берләшмәләрҙе күсемһеҙ металдар ярҙамында металл‑комплекслы катализаторҙар тәьҫирендә циклометаллаштырыу реакцияһы асыла. И. күсемһеҙ металдарҙың туйындырылмаған берләшмәләр һәм органик галогенидтар м‑н каталитик тәьҫирләшеүе аша углерод‑углеродлы, гетероатом‑углеродлы һәм металл‑углеродлы бәйләнештәрҙе төҙөү ысулдарын эшләй. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 290 уйлап табыу авторы. РФ‑тың Дәүләт пр. (2003), А.М.Бутлеров ис. пр. (2009) лауреаты.

Хеҙм.: Металлокомплексный катализ в синтезе алюминийорганических соединений //Успехи химии. 2000. Т.69. Вып.2 (авторҙ.); Металлокомплексный катализ в синтезе магнийорганических соединений //Шунда уҡ. 2005. Т.74. Вып.9.

У.М.Джемилев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018