ИШБУЛАТОВ Рәхим Усман улы (7.4.1911, Ырымбур губ. ш. уҡ өйәҙе Ғәбйәлил а., хәҙ. Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны Башҡорт Ҡансыраһы а., — 18.6.1967, Өфө), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1961). Рәссамдар союзы ағзаһы (1939). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1934; педагогтары Ҡ.С.Дәүләткилдеев, А.Э.Тюлькин). РСФСР‑ҙың Мәғариф ХК эргәһендәге Юғары музей курстарын тамамлағандан һуң (1936; Мәскәү) — Өфөлә 1905 йыл ис. Революция музейының, 1938—41 йй. Башҡ. художество музейының ғилми хеҙм‑ре, бер үк ваҡытта 1937— 41 йй. һәм 1945—53 йй. Башҡ. театр-художество уч‑щеһында уҡыта. 1947—53 йй. һәм 1957—58 йй. БАССР Рәссамдар союзы идараһы рәйесе. Реалистик йүнәлеш вәкиле; әҫәрҙәренә тыныс колорит һәм аныҡ композиция хас. Күп эштәре тыуған яҡ тарихына (“Салауатты алып киләләр”, 1940; “Башҡорттар Берлинда. 1763”, 1950) һәм хәрби тематикаға (“Еңеү байрамы”, 1946; “Пограничниктар”,  1960) арналған. 50-се йй. — лирик пейзаждар (“Йәй”, “Дим үҙәне”), плакаттар (“Беҙ тыныслыҡ яҡлы”), 60-сы йй. портреттар (“Ғ.Сәләм”, “М.Тажи”) ижад итә. Респ. һынлы сәнғәтенә арналған мәҡәләләр авторы. 1940 й. алып күргәҙмәләрҙә, Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955) ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәһе — Өфө (1961). Эштәре БДХМ йыйылмаһында һаҡлана. Уҡыусылары араһында Б.Ф.Домашников, Ф.А.Кащеев, Ә.Ф.Лотфуллин, Р.М.Нурмөхәмәтов, А.В.Пантелеев.

Л.В.Бондаренко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.