ИШБИРҘИН Хәлил Әнүәр улы (13.1.1963, Баймаҡ ҡ.), бейеүсе, балетмейстер. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1989). Р.Ғ.Туйсинаның улы. ГИТИС‑ты тамамлаған (1991; педагогы Т.А.Устинова). 1983—89 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1991 й. алып Стәрлетамаҡ филармонияһы Бейеү театрының художество етәксеһе, 2001—07 йй. балетмейстеры. И. бейеү сәнғәтенә тасуирлау сараларының байлығы, дәрт, сағыу темперамент һәм шыма бейеү техникаһы хас. “Бесәнселәр”, “Бөркөткә һунар уйыны”, “Бүләк”, “Гөлнәзирә”, “Кейәү” (“Жених”) һ.б. бейеүҙәрендә яңғыҙ партиялар башҡара. Бейеү хәрәкәттәренең үҙенсәлекле, аныҡ ритмлы һәм шыма булыуы м‑н айырылып торған постановкаларында башҡ. халҡының йолаларын, тарихын, сәнғәт традицияларын сағылдыра. “Ҡыҙ урлау” (Р.В.Моратшин һәм Й.Ә.Моратов муз.), “Инсебикә” (Моратов), “Арҡайым” (У.М.Иҙелбаев) хореографик спектаклдәрен һәм 40‑тан ашыу бейеү ижад итә: “Анархия”, “Аулаҡ”, “Баш бүре”, “Башҡортостан”, “Бөрйән егеттәре”, “Казактар”, “Күбәләк”, “Ҡара тауыҡ”, “Любезники- любизар” (ҡара: “Любизар”), “Өс бажа”, “Порт‑Артур” (ҡара: “Порт- Артур”), “Салауат” һ.б. Бейеү театрына (Стәрлетамаҡ ҡ.) нигеҙ һалыусы. Бөтә Союз эстрада бейеүҙәре фестивале (Кишинёв ҡ., 1989), Бөтә Рәсәй халыҡ бейеүҙәрен яңғыҙ башҡарыусылар һәм балетмейстер‑бейеү ҡуйыусылар конкурсы (Һамар ҡ., 1993) лауреаты.

Р.С.Хәйбуллина

Тәрж. Х.Х.Минһажетдинова

Текст на русском языке