ИХТИСАМОВ Хәмзәфәр Сабир улы (27.1.1937, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Шишмә а. — 13.12.2008, Өфө), музыка белгесе‑фольклорсы. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1997). Композиторҙар союзы ағзаһы (1976). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1961), Ҡазан консерваторияһын (1969) тамамлаған. 1964 й. алып — Салауат, 1967 й. — Әлмәт (ТАССР) музыка уч‑щеларында, 1969 й. башлап Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта, 1970—87 йй. ӨДСИ‑лә фольклор кабинеты мөдире һәм уҡытыусы. Фәнни хеҙмәттәре башҡ. халыҡ музыкаһын тарихи, жанрҙар, стилистик, система‑структур аспектта, халыҡ йырсылары һәм музыканттарының ижадын өйрәнеүгә, төрки телле халыҡтарҙың муз. фольклорын сағыштырма‑типологик тикшереүгә арналған. Башҡортостан буйлап һәм унан ситтә 25‑тән ашыу муз.‑этнографик экспедиция ойоштороусы, уларҙа респ. халыҡтарының 5 меңдән ашыу йыры һәм инструменталь көйө йыйыла, 600‑ҙән ашыу башҡ. халыҡ йыры һәм көйө нотаға һалына. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Әҫәрҙ.: К вопросу о формообразующей роли ритма башкирской протяжной песни — узун-кюй //Научно-методические записки Уфимского государственного института искусств. Уфа, 1973; К проблеме сравнительного изучения искусства игры на музыкальных инструментах и сольного горлового пения у башкир, монголов и тувинцев //Теоретические проблемы народной инструментальной музыки. М., 1974; Курай — традиционный башкирский народный инструмент //Музыка народов Азии и Африки. М., 1986. Вып.6.

Ф.А.Фәйезова

Тәрж. Ә.Ф.Ҡоҙабаева

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.