ИХСАНОВА Камал Идиәтулла ҡыҙы [6.8.1910, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Сабай а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 25.7.2001, Өфө], актриса. Татар сәнғәт техникумын тамамлаған (Ҡазан, 1931). 1932 й. алып — Баймаҡ колхоз-совхоз театры (ҡара: Сибай башҡорт драма театры), 1947—70 йй. БАДТ актрисаһы.

Баймаҡ колхоз‑совхоз театрында төп актриса була; уның репертуарында хакимлыҡ итергә яратҡан көслө ҡатын образдары күберәк: Маруся (“Зимагорҙар”, С.М.Мифтахов), Сәлимә (“Ҡаһым түрә, йәки 1812 йыл”, Б.Бикбай), Утлыбикә (“Бисәкәй”, А.Ҡ.Мөбәрәков). Башҡорт драма театры сәхнәһендә И. төрлө пландағы байтаҡ ролдәр башҡара: Хөснура (“Бер мөхәббәт яҙмышы”, И.Ә.Абдуллин), Бикә (“Әсәйемдең сал сәстәре”, Ә.М.Мирзаһитов), улар араһында комик — Ямал (“Еҙнәкәй”, Х.К.Ибраһимов) һәм трагик — Ғәлимә (М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле спектакле), Зөмрәт (“Нәркәс”, И.Х.Йомағолов) ролдәр айырыла.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018