ЗОЛОТУХИН Михаил Георгиевич (4.5.1952, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Мораҡ а.), химик‑технолог. Химия ф. д‑ры (1997). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1974) Органик химия ин‑тында: 1986 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1992 й. — төркөм етәксеһе. 1999 й. башлап сит илдә эшләй. Фәнни хеҙмәттәре йылылыҡҡа, химик тәьҫиргә һәм юғары температураға сыҙамлы полимерҙар синтезына һәм үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. З. тарафынан композиттарға бәйләүес матдәләр, сүсле материалдар, мембраналар эшләү өсөн перспективалы полиариленфталидтар алыу ысулдары эшләнә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 20 уйлап табыу авторы. Ленин комсомолы пр. лауреаты (1982).

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика