АЙЫУ СИҢЕРТКӘҺЕ (Saga pedo), тура ҡанатлылар отрядының ысын сиңерткәләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала, Төньяҡ Ҡаҙағстанда һәм Көнбайыш Себерҙә таралған. Тән оҙонлоғо 7,8 см тиклем, йомортҡа һалғысыныҡы — 4,0 см тиклем. Тәне ныҡ һуҙылған, төҫө йәшкелт һарынан көрәнһыу йәшелгә тиклем, ҡабырғалары буйлап һарғылт һоро буй һыҙатлы. Башы үтә ҡыя маңлайлы. Ҡанаттары рудиментар йәки бөтөнләй юҡ. Алғы һәм урта аяҡтарының аҫты сәнскеле. Артҡы аяҡтары һикереү өсөн түгел, йыуан ботло. Партеногенетик юл м‑н үрсей, ата сиңерткә һирәк осрай. Йомортҡаларын тупраҡҡа берәмләп һала. Балағортоноң оҙонлоғо 1,2 см тиклем; 25 көн үҫешә. А.с. төндә әүҙем. Оло заттар һәм балағорттар башлыса сиңерткәләр, ш. уҡ суфый сиңерткәләр, ваҡ ҡуңыҙҙар һәм ҡандалалар м‑н туҡлана. Башҡортостанда Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Өфө һәм Хәйбулла р‑ндарында ҡыяҡлы‑төрлө үләнле һәм ҡылғанлы далаларҙа, ҡоро болондарҙа осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке