ИҪӘНБАЕВ Йомабай Мөтиғулла улы (21.9.1891, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Исмәғил а. — 1943, Воронеж ҡ. янында), ҡурайсы. БАССР‑ҙың халыҡ артисы (1991). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1925 й. алып Башҡорт Күсмә театры ҡурайсыһы, 1929—40 йй. Хәйбулла р‑нында үҙе ойошторған “Һарыкүл” к‑зы рәйесе. 1940 й. репрессиялана. Фронтта һәләк була. И. — түңгәүер ырыуы (ҡара: Түңгәүер) башҡарыу мәктәбенең күренекле вәкиле, уның сәнғәтенә юғары импровизация оҫталығы хас, уйыны ғәҙәттән тыш киңлек һәм яңғыраш көсө м‑н айырылып тора. Репертуарында 200‑ҙән ашыу башҡ. халыҡ йыры һәм инструменталь көйҙәре, ш. иҫ. “Абдрахман кантон”, “Буранбай”, “Ҡара юрға”, “Сәлимәкәй”, “Сыңрау торна”, “Урал”, ш. уҡ “Аллаяр батыр”, “Дәләү Ғәйшә”, “Ҡараһаҡал”, “Хәйбулла маршы” марштары һ.б. Халыҡ‑ара хәҙ. декоратив һәм сәнәғәт сәнғәте күргәҙмәһендә (Париж, 1925), Бөтә донъя музыка күргәҙмәһендә (Франкфурт‑на‑Майне ҡ., Германия, 1927) ҡатнаша. Бельгия, Германия, Голландия, Швеция буйлап гастролдәрҙә була. РСФСР- ҙың халыҡ артисы И.П.Яунзем м‑н сығыш яһай. 1978 й. уның исемендәге призға Респ. ҡурайсылар, ҡумыҙсылар, ҡыл‑ҡумыҙсылар, думбырасылар һәм өзләүселәр конкурсы ойошторола. Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбенә ҡурайсының исеме бирелгән (1991), уның исеме м‑н Аҡъяр а. урам аталған; 2000 й. Өфө а. И. музейы булдырыла (бөтәһе лә — Хәйбулла р‑ны). И. тормошо һәм ижады т‑да “Йомабай ҡурайы” (“Курай Юмабая”; 1991, “Башҡортостан” к/ст; сценарисы Ҡ.Аралбай, З.Н.Кадиков, реж. Д.Р.Хәлитова, операторы М.Н.Новиков) документаль фильмы төшөрөлгән.

Әҙәб.: Шәкүр Р. Сыңрау торналар иле. Өфө, 1996.

Ҡ.Ә.Аралбаев, Ю.И.Ғәйнетдинов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018