ЗИНОВЬЕВ Александр Прокопьевич (20.8.1941, Коми АССР‑ы Ухта ҡсб), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1992), проф. (1994). БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1990), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1983). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1963) Ухта НЭЗ‑ында, 1965 й. алып КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында, 1971 й. башлап ӨДНТУ‑ла эшләй. Фәнни хеҙмәттәре нефттәге дисперслы системаларҙың түбән т‑ралағы үҙенсәлектәрен, нефтехимия производстволарының сәнәғәт һәм экологик хәүефһеҙлеген тикшереүгә арналған. З. ҡатнашлығында универсин (Л, В һәм С маркалы) профилактик сараһы, герметизациялау һәм изоляциялау (Элмаст) мастикалары, ЗВ‑1 маркалы һаҡлағыс балауыҙ эшләнә һәм производствоға индерелә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 46 уйлап табыу авторы. А.А.Скочинский ис. пр. лауреаты (1991).

Хеҙм.: Борьба с пылеобразованием на карьерных автодорогах нефтяными вяжущими. Уфа, 1990 (авторҙ.); Оборудование и технология очистки сточных вод, примеры расчёта на ЭВМ. Уфа, 2003 (авторҙ.).

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика