ИСХАҠОВА Ләйлә Хәбибулла ҡыҙы (16.3.1927, Өфө — 29.3.2005, Тольятти ҡ.), хор дирижёры. РСФСР‑ҙың (1978) һәм БАССР‑ҙың (1969) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Башҡ. муз. уч‑щеһын (1950; О.М.Райцын класы), Мәскәү консерваторияһын (1958; К.Б.Птица класы) тамамлаған. 1944—46 йй. Башҡ. филармонияһы хоры йырсыһы, 1950—53 йй. ҡатын‑ҡыҙҙар хоры дирижёры; 1958 й. алып БДОБТ хормейстеры, 1960—84 йй. баш хормейстеры; бер үк ваҡытта 1965 й. башлап Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 1968—82 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта. И. етәкселек иткән ижади коллективтар Ленинградта БАССР көндәрендә (1969) ҡатнаша, СССР буйлап гастролдәрҙә була. Опера һәм балет театрында И. ҡатнашлығында ватан һәм сит ил композиторҙары ижадынан 50‑нән ашыу спектакль, шулар араһынан Дж.Верди, Дж.Пуччини; Ю.С.Мейтус, Н.А.Римский‑Корсаков, В.А.Успенский, П.И.Чайковский; З.Ғ.Исмәғилев, Р.Ә.Мортазин, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. әҫәрҙәре ҡуйыла.

Ш.М.Бикмөхәмәтов

Тәрж. Г.С.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.