ИСРАФИЛОВ Рифҡәт (Рәфҡәт) Вәкил улы (6.8.1941, БАССР-ҙың Мәсетле р-ны Яңы Мөслим а.), реж., педагог. РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1989), РСФСР‑ҙың (1982), БАССР-ҙың (1977), ТР‑ҙың (1993), Төньяҡ Осетия‑Алания Респ. (2002) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Проф. (1993). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1974). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1965; З.И.Бикбулатова, Р.С.Сыртланов курсы), ГИТИС‑ты (1973; А.А.Попов курсы) тамамлаған. 1965 й. алып БАДТ актёры, 1973 й. — реж., 1981 й. — баш реж. һәм художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1979—98 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта, 1985 й. башлап РФ‑тың Театр эшмәкәрҙәре союзы секретары, 1997 й. — М.Горький ис. Ырымбур өлкә драма театрының художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1998 й. алып Ырымбур сәнғәт ин‑тында уҡыта. И.сәнғәте идея йөкмәткеһе, образдарҙың теүәллеге һәм сағыулығы, стиль һәм жанр төрлөлөгө м‑н айырылып тора. Башҡорт драма театрында 40‑тан ашыу спектакль ҡуя: “Ғәлиәбаныу” (1972; дебют), К.Ғ.Тинчуриндың “Зәңгәр шәл” спектаклдәре — лириклыҡ һәм музыкаллек; М.Кәримдең “Оҙон‑оҙаҡ бала саҡ” повесы б‑са “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..” спектакле — яҡты поэтик атмосфера; Ф.М.Бүләковтың “Ҡанатланып ос һин, Толпарым!”, Ф.Кроммеллинктың “Иҫ китмәле мөгөҙлө шәп ир” һ.б. постановкалары үҙенсәлеклек һәм художество алымдарын аныҡ һайлау м‑н айырылып тора. И. йәмғиәттең әхлаҡ мәсьәләләрен сағылдырған спектаклдәрҙә киҫкен социаль мәғәнәгә һәм фәлсәфәүи дөйөмләштереүгә өлгәшә: А.Х.Абдуллиндың “Ун өсөнсө председатель” һәм “Һуңғы уҙаман”, М.Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!”, Бүләковтың “Бибинур, ах, Бибинур!..” әҫәрҙәре. БР һәм РФ театрҙарында бер нисә спектакль сәхнәләштерә: Сибай башҡорт драма театрында — “Дон Жуан” (Мольер; 1997); М.Н.Ермолова ис. Мәскәү театрында — “Һөйгән йәренең ҡоло” (“Раба своего возлюбленного”; Лопе де Вега, 2004); Ырымбур өлкә драма театрында — “Капитан ҡыҙы” (“Капитанская дочка”; А.С.Пушкин ш. уҡ исемле повесы б‑са, 1999), “Атай” (“Отец”; А.Стринберг, 2002) һ.б. М.Кәримдең “Ярлыҡау”, Т.Таһировтың “Ғәлиә” повесы б‑са, А.Ҡотойҙоң “Тапшырылмаған хаттар” повесы б‑са ш. уҡ исемдәр м‑н сәхнәләштерелгән әҫәрҙәр, “Башҡорт туйы” т/ф һ.б. сценарийҙары авторы. Уҡыусылары араһында И.И.Ғүмәров, Ш.И.Дилмөхәмәтова, Р.Р.Ҡарабулатов, Г.Х.Маликова, А.Ә.Нәҙерғолов, М.М.Усманов, М.Ғ.Хәйруллина, С.Ф.Хәкимова, А.Х.Әмиров, Э.Ә.Юнысова. Өфөлә төрки телле илдәрҙең “Туғанлыҡ” халыҡ‑ара театр фестивален үткәреүҙең инициаторы. РФ‑тың Дәүләт пр. (1996), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (1976) лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (1986), Почёт (2002), 4‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. (2012) м‑н бүләкләнгән.

А.С.Сәғитова, Э.Р.Серебрякова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке