ИСМӘҒИЛЕВА Ләйлә Заһир ҡыҙы (26.5.1946, Мәскәү ҡ.), композитор, пианист. Проф. (2005). БР‑ҙың халыҡ артисы (2012), РФ‑тың (1998) һәм БАССР‑ҙың (1984) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1973). З.Ғ.Исмәғилевтең ҡыҙы. 1966—68 йй. Ҡазан консерваторияһында (А.С.Леман класы) уҡыған. Гнесиндар ис. муз.‑пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1972; Г.И.Литинский класы) ӨДСА‑ла уҡыта: 1979 й. алып композиция каф. мөдире, 1990—91 йй. фәнни эштәр б‑са проректор; бер үк ваҡытта 2013 й. башлап БР Композиторҙар союзы идараһы рәйесе. И. сәнғәтенә Европа музыка мәҙәниәтенең традицион жанрҙарын, композиция ҡоролоштарын фольклор сығанаҡтары һәм 20 б. композиция техникаһы м‑н берләштереү хас. Композитор ижадының стилистикаһы нигеҙендә — фольклор традицияларына яңы интонация биреү, пентатониканы, хроматиканы кластер гармо- нияһы м‑н ҡатнаштырыу принцибы. И. әкиәти “Хужа Насретдин” (“Ходжа Насретдин”; 1998), лирик‑фәлсәфәүи “Арҡайым” (“Аркаим”; 2005) һәм “Альгамбра розаһы” (“Роза Альгамбры”; 2012) балеттарын ижад итә, уларҙа тембр ярҙамындағы кәүҙәләнештең сағыу үҙгәреүсәнлеге, интонацион‑тематик структура тәьҫирлелеге аша композиторҙың театраль фекерләүе асыҡ күренә. Оркестр м‑н фп. (1968) һәм оркестр м‑н скрипка (1982) өсөн концерттарына, “Атайҙар ере” (“Земля отцов”; 1972) симфониялар циклына, Н.Нәжми шиғырҙарына Тауыш һәм оркестр өсөн поэмала (1981), Һ.Таҡташ шиғырҙарына тауыш һәм оркестр өсөн “Таҡташ-симфония”һына (“Такташ‑симфония”; 1987), “Хужа Насретдин” балетынан сюиталарға (1986, 1990) драматургия ҡоролошон диалог формаһына һалыу хас. Ғ.Хәйәм робағиҙарына ҡатнаш хор һәм камера‑инструменталь ансамбль өсөн яҙылған “Мәңгелек шиғыр” (“Немеркнущий стих”; 1980) ораторияһы, Бас һәм симфоник оркестр өсөн поэмаһы (1989) драматик экспрессия һәм үҫеш масштаблылығы м‑н айырылып тора. Камера әҫәрҙәре тәрән субъектив‑психологик нигеҙгә ҡоролған: Камера симфонияһы (1998), Ҡыллы квартет (1973), флейта, гобой, 2 скрипка, альт, виолончель, фп. һәм литавралар өсөн октет (1978), фп. өсөн соната (1975), Н.Нәжми һүҙҙәренә романстар (1970) һ.б. Ҡурсаҡ театрында ҡуйылған А.Матюшкиндың “Хаэнго утрауы сере” (“Тайна острова Хаэнго”) спектакленә музыка авторы (1990). Пианист И. репертуарында — үҙенең фп. әҫәрҙәре. П.И.Чайковский ис., Мәскәү консерваторияһы, С.‑Петербург акад. филармонияһы, Кембридж ун‑ты (Англия), Дрезден (Германия), София (Болгария) һәм Торревьеха (Испания) филармонияһы һ.б. концерт залдарында сығыш яһай. Уҡыусылары араһында И.И.Хисаметдинов. РСФСР Композиторҙар союзының Д.Шостакович ис. пр. лауреаты (1978).

Әҫәрҙ.: Октет для флейты, гобоя, двух скрипок, альта, виолончели, фортепиано и литавр. М., 1985; Концерты для скрипки с оркестром. М., 1990. Вып.4; Фортепианные сочинения. Т.1. Уфа, 2006.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018