ИСМӘҒИЛЕВ Ринат Фазлетдин улы [6.3.1968, БАССР‑ҙың  Күмертау р‑ны Ермолаевка ҡсб (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны)], рәссам. ӨНИ‑не тамамлаған (1989). Дизайнерҙар союзы (1995), Рәссамдар союзы (2000) ағзаһы. Хәҙ. һынлы сәнғәттәге концептуаль ағым вәкиле; Волигамси псевдонимы аҫтында ижад итә. И. ижады авторҙың тирә‑яҡтағы ысынбарлыҡҡа ирониялы мөнәсәбәтен күрһәтә, тамашасыға таныш әйберҙәргә яңыса ҡарарға һәм ғәҙәти ҡиммәттәрҙе ҡайтанан баһаларға мөмкинлек бирә. Уның әҫәрҙәренә башлыса аҡлы‑ҡаралы төҫтәр гаммаһы һәм деталдәрҙе ентекле, фотолағы һымаҡ реаль итеп һүрәтләү хас: “Хәтер горизонтале” (2002), “Иоанн”, “Бейеү” (икеһе лә — 2004), “Күреү һәләтеңде тикшер” (2006) һ.б. 1989 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. 10‑дан ашыу шәхси күргәҙмәһе (1995 й. башлап) Златоуст, Өфө, Мәскәү, Лондон ҡалаларында үтә. Эштәре Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. РФ‑тың әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (1994).

А.Г.Королевский

Тәрж. Т.Х.Ишкинин

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.