ИСМӘҒИЛЕВ Фәйзрахман Абдрахман улы (24.3.1955, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Йөйәк а.), рәссам. БР-ҙың атҡ. рәссамы (1997). Рәссамдар союзы ағзаһы (1986). ӨДСИ‑не тамамлаған (1978; педагогы Р.М.Нурмөхәмәтов). 1980 й. алып 2‑се Өфө пед. уч‑щеһында уҡыта, 1983—86 йй. Башҡ‑н ижади‑производство комб‑ты рәссамы, 1993 й. башлап ӨДСА‑ла уҡыта, 2003 й. — БДХМ директоры. И. үҙенең ижадында башҡ. халҡының милли традицияларын һәм тарихын тәрәндән аңлатыуҙы маҡсат итеп ҡуя. “Ауыл хыялыйы” (1980), “Таң” (1983) һ.б. тәүге эштәренең геройҙары — тәбиғәт м‑н гармонияла йәшәүсе ауыл хеҙмәтсәндәре. 80‑се йй. 2‑се яртыһынан рәссам реалистик манерала яҙыу сиктәрендә аллегория алымдарын ҡуллана: “Өйрөлмәк” (1989), “Толпар” (1991), “Алпамышалар” (1992). “Яңғыҙ өй”, “Ҡыҙылташ” (икеһе лә — 1992) картиналарында Һамар өлк. башҡ. ауылдарына йөрөп ҡайтҡандан һуң тыуған тәьҫо- раттар сағылдырылған. Тыуған ил, башҡ. яугирҙарының батырлығы, быуындар күсәгилешлелеге темалары “1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттар” (1998—2004), “Салауат тураһында иртәк” (2003—04; бөтәһе лә — И.И.Ғаянов м‑н авторҙашлыҡта) рәсемдәр серияһында, “Хушлашыу” (2010) картинаһында кәүҙәләндерелгән. “Артыш” ижади берекмәһе ағзаһы (1995). 1974 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1987, 1993, 2005, 2006, 2011), Белорет (1990, 1997), Стәрлетамаҡ (2006, 2011, 2012) ҡалалары. Эштәре БДХМ, Мөбәрәков А. музейы, “Мираҫ” галереяһы (Нефтекама ҡ.), Белорет картиналар галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Третьяков галереяһы (Мәскәү) коллекцияларында, Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Салауат Юлаев һәм уның көрәштәштәренә арналған иң яҡшы һынлы сәнғәт әҫәренә респ. конкурсы (Өфө, 2004), БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (2004) лауреаты.

Әҙәб.: Творческое объединение “Артыш”: избр. произведения: каталог /авт.-сост. С.В.Евсеева. Уфа, 2002; Файзрахман Исмагилов. Живопись: каталог /авт.-сост. В.М.Сорокина. Уфа, 2005.

В.М.Сорокина

Тәрж. Т.Х.Ишкинин

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.