ИСМӘҒИЛЕВ Рәйес Абдрахман улы (29.1.1953, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Йөйәк а.), режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1995), РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2004), РФ‑тың почётлы кинематографсыһы (2000). Журналистар союзы (1999), Кинематографсылар союзы (2000) ағзаһы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1976; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы). 1975—77 йй., 1979— 86 йй. “Баштелефильм” ижади‑производство берекмәһе реж., 1991 й. алып дир., 1992 й. — “Башҡортостан” ДТРК-ның художество етәксеһе, 1997 й. — “Башҡортостан” к/ст, 2006 й. — БАДТ, 2011 й. алып Нефтекама филармонияһы директоры. 2000—07 йй. БР‑ҙың Кинематографсылар союзы рәйесе. 50‑нән ашыу документаль фильм: “Игенсе батырлығы” (“Подвиг хлебороба”, 1982), “Арҡайым билдәһе аҫтында” [“Под знаком Аркаима”, 1993; “Төньяҡ балҡышы” (“Северное сияние”) бөтә Союз кинофестивале дипломанты, Архангельск ҡ., 1994], “Заһир йыры — халыҡ йыры” (1994), “Ҡоролтай дуҫтарын йыя” [“Курултай собирает друзей”, 2001; “Ер һәм кешеләр” (“Земля и люди”) төбәк‑ара кинофестивале лауреаты, Екатеринбург ҡ., 2002] һ.б.; “Аҡ ҡоҙғон” (“Белый ворон”, 1975), “Башҡортостан” ДТРК‑нда төшөрөлгән киноочерктар һәм киноспектаклдәр режиссёры.

Әҙәб.: Үтәбай Ә. Тауҙарға менергә яратам //Һоҡланһын бар донъя. Өфө, 1999.

Г.Ю.Солтанбаева

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018