ИСМӘҒИЛЕВ Заһир Ғариф улы [8.1.1917, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Сермән а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) – 30.5.2003, Өфө], композитор, педагог, муз.-йәмәғәт эшмәкәре. Профессор (1977). СССР‑ҙың (1982), РСФСР‑ҙың (1968), БАССР‑ҙың (1963) халыҡ артисы, РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1955). Композиторҙар союзы ағзаһы (1941). 1937—41 йй. Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡ. студияһында (В.А.Белый класы) уҡый. Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1954; В.Г.Фере класы). 1941—44 йй. БАССР Композиторҙар союзы идараһының яуаплы секретары, 1954—78 йй. — рәйесе, 1968—88 йй. ӨДСИ ректоры. Башҡ. проф. музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. И. сәнғәтенә стилистик күп яҡлылыҡ, жанрҙар төрлөлөгө, халыҡ музыкаһына таяныу хас; муз. почеркы ябайлығы һәм бер үк ваҡытта мөһабәтлеге, тасуирлау сараларының гармониялы ярашыуы м‑н айырыла. Композитор ижадында йөкмәткеһе Башҡортостандың һәм уның халҡының тарихын, танылған шәхестәренең яҙмышын сағылдырған опералар төп урынды биләй: “Ағиҙел тулҡындары”, “Аҡмулла”, “Ҡаһым түрә”, “Салауат Юлаев”, “Урал илселәре”, “Шәүрә”. “Сыңрау торна” балеты, “Ҡоҙаса” (1959; Б.Бикбай либреттоһы), “Алмаҡай” (1990; С.Әлибай либреттоһы) муз. комедиялары башҡ. муз. классикаһының алтын фондына ингән, комедияларҙа И. нескә лиризм һәм юмор м‑н башҡ. халыҡ сәнғәтенең художество үҙенсәлеген аса. Симфоник әҫәрҙәрендә темалар ҡапма‑ҡаршылығына һәм синтезына ҡоролған үҙенсәлекле драматургия күҙәтелә: Ике башҡ. халыҡ йырына увертюра (1950), Симфоник оркестр өсөн сюита (1952), фп. һәм симфоник оркестр өсөн концерттар (1989, 1993). М.Кәрим һүҙҙәренә хор һәм симфоник оркестр өсөн яҙылған “Россиянмын” (1969) кантатаһы, А.Игебаев һүҙҙәренә “Беҙ — еңеүселәр” (1985) ораторияһы Тыуған илгә сикһеҙ һөйөү тойғоһо м‑н һуғарылған. И. а cappella хоры өсөн Р.С.Назаров шиғырына “Әсә һүҙҙәре” (1972), М.Кәрим һүҙҙәренә “Тыуған ерем” (1976) циклдарын, Салауат Юлаев шиғырҙарына вокаль цикл (1977; икеһе лә — тауыш һәм фп. өсөн), 300‑ҙән ашыу йыр һәм романс ижад итә, уларға йөкмәтке төрлөлөгө, аһәңлелек, ритмика һәм гармония баҙыҡлығы хас (Н.Нәжми һүҙҙәренә “Котелок”, “Батырҙар йыры”, “Ҡайтманығыҙ тыуған ерҙәргә”, С.Ҡудаш һүҙҙәренә “Грузин сәйе”, Р.Ниғмәти һүҙҙәренә “Еңеүселәргә дан”). И. эшкәртеүендәге башҡ. халыҡ йырҙары: а cappella хоры өсөн “Кутузов”, “Хисам”, тауыш һәм фп. өсөн “Сәлимәкәй”, “Таштуғай”, “Шаһибәрәк” һ.б. милли моңдоң һәм гармонияның классик закондарының ҡабатланмаҫ тәбиғи берләшеүе м‑н айырыла. “Башҡорт туйы”, С.М.Мифтаховтың “Зимагорҙар” (1956), Б.Бикбайҙың “Ҡаһым түрә, йәки 1812 йыл” (1957), М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” (1972), Ә.М.Мирзаһитовтың “Бәхтигәрәй” (1978), З.А.Биишеваның “Нәҙер” (1978) һ.б. драма спектаклдәренә, “Үҙгәртелгән төбәк” (“Преображённый край”, 1965) т/ф музыка авторы. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә ҡатнаша (1955). Сәнғәт академияһына нигеҙ һалыусы (1968). Уҡыусылары араһында А.Х.Ғабдрахманов, Р.Х.Ғәзизов, Н.Ә.Дауытов, Р.Р.Йыһанов, А.Т.Кәримов, Р.Ғ.Ҡасимов, А.М.Ҡобағошов, Р.М.Хәсәнов. БАССР ЮС‑ының 6—8‑се саҡырылыш рәйесе. РСФСР-ҙың М.И.Глинка ис. Дәүләт пр. (1973), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. (1967), М.Аҡмулла ис. пр. (1996) лауреаты. Ленин (1971), Окт. Революцияһы (1987), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967), Халыҡтар дуҫлығы (1977), “Почёт Билдәһе” (1949), 4‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (1997), Салауат Юлаев (2000) орд. м‑н бүләкләнгән. И. исеме ӨДСА‑ға, Өфө, Белорет ҡҡ., Сермән а. урамдарға бирелгән. Композиторҙың тыуған ерендә музей асылған (1998). Өфөлә И. йәшәгән йортҡа — мемориаль таҡтаташ, Опера һәм балет театры янында һәйкәл (скульпторы Х.М.Хәбибрахманов, архитекторы С.А.Голдобин) ҡуйылған. 2007 й. З.Исмәғилев ис. Халыҡ‑ара музыкант‑башҡарыусылар конкурсы (Өфө) булдырылған.

Әҫәрҙ.: Романстар һәм йырҙар=Романсы и песни. Өфө, 1959; Яңы йырҙар=Новые песни. Өфө, 1966; Йәнгүзәлем=Души прекрасное творение. Өфө, 1987.

Әҙәб.: Заһир Исмәғилев: тормошо һәм ижады=Загир Исмагилов: жизнь и творчество. Өфө, 2002; Давыдова Э. Загир Исмагилов //Композиторы Российской Федерации. М., 1984. Вып. 3; Вопросы искусствоведения (статьи о творчестве З.Г.Исмагилова), Уфа, 1986.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.