АЙЫУ КУЛЬТЫ, тотем хайуан — айыу (ҡара: Тотемизм) м‑н кеше араһындағы ҡәрҙәшлек хаҡындағы ышаныуға, уны ғәҙәттән тыш көскә эйә тип иҫәпләүгә ҡоролған дини табыныу. Башҡорттарҙа исламға тиклемге инаныуҙар элементы. Үҙгәрештәргә дусар булып, мәҙәни йолаларҙың төрлө аспекттарында өлөшләтә һаҡланған һәм сағылыш тапҡан. Башҡ. фольклорында айыу мифик ырыу башы, ҡотҡарыусы (“Еҙтырнаҡ”), балаларҙы ҡурсалаусы (“Майсәрүәр”) булараҡ сығыш яһай. Легенда һәм риүәйәттәрҙә айыуҙың кешегә һәм кешенең айыуға әйләнеүе, ҡатындың айыуҙан баһадирҙай көслө малай табыуы сюжеттары һ.б. киң таралған. Бөрйән ҡәбиләһе легендаһында һунарсы урмандан алып ҡайтҡан айыу балаһы кешесә һөйләшкән; унан айыу араһы таралып киткән. Ҡыпсаҡ ҡәбиләһе легендаһында айыу араһын ҡатын һәм айыуҙан тыуған малай башлап ебәрә. “Айыукөбәк”, “Айыу егет”, “Фатима” һ.б. әкиәттәрҙең сюжет нигеҙендә лә ошоға оҡшаш мотивтар ята. Бала тыуыуға бәйле йолаларҙа ла А.к. сағылыш тапҡан: түлһеҙлектән дауалау өсөн ҡатынды киреп киптерелгән айыу ирене аша үткәргәндәр, бала әсә ҡарынында имен‑һау үҫешһен өсөн ишек башына айыу тырнағы йәки тәпәйен ҡаҙаҡлағандар, тыуҙырыуҙы еңеләйтеү маҡсатында йөклө ҡатындың биленә, Ҡөрьәндән сүрәләр уҡып, өс тапҡыр айыу тырнағы м‑н һыҙғандар (бөрйәндәрҙә). Башҡ. хөрәфәттәрендә айыуҙың ҡайһы бер тән өлөштәре һаҡлағыс хеҙмәтен үтәгән: яуыз  көстәрҙән, күҙ тейеүҙән һаҡлау өсөн бәпестең муйынына йәки сәңгелдәгенә айыу тырнағын йәки аҙау тештәрен бәйләгәндәр, өйҙә бер услам айыу йөнө яндырғандар, яҫтыҡ аҫтына айыу тиреһе киҫәген һалғандар. Өй хужаларын сихырҙан, күҙ тейеүҙән, бәләләрҙән һаҡлар өсөн айыуҙың тырнағын һәм башын тупһа аҫтына күмгәндәр, өй ҡыйығына баш һөйәген һалғандар. Айыу үтен халыҡ медицинаһында эпилепсиянан, үпкә ауырыуҙарынан, ашҡаҙан, бауыр ауыртҡанда ҡулланғандар; тапма ауырыуын дауалағанда сирлене айыу тиреһенә урағандар. А.к. башҡорттарҙың көнкүреше һәм хужалығы (унда һунарсылыҡ мөһим урын биләгән) м‑н бәйле инаныуҙарында сағылыш таба. Һунарсылар айыуҙың кеше телен аңлауына ышанған, шуға ла һунарҙа уны кинәйәләп “думбай”, “олатай” һ.б. тип атаған. Айыу араһы башҡорттарында айыуға һунар итеү тыйылған. А.к. башҡорттарҙың традицион байрамдарында күҙәтелә. 20 б. башына тиклем айыуға уңышлы һунарҙан һуң “Айыу туйы” үткәргәндәр. Хөрмәт ҡаҙанған һунарсылар айыу тиреһен ябынып йәки уның тиреһенән тегелгән тун кейеп, айыуҙы ҡылыҡһырлаған бейеүҙәр башҡарған. Айыу образы башҡорттарҙың биҙәүҡулланма сәнғәтендә сағылыш тапҡан. Айыуҙы ырыу башлығы булараҡ хөрмәтләү этнонимдарҙа ла күренә (ҡара: Этнонимика), мәҫ., үҫәргән ҡәбиләһенең айыу ырыуы; әйле, ирәкте, тамъян, түңгәүер, үҫәргән ҡәбиләләренең айыу аралары атамаһында һ.б. А.к. Көньяҡ Уралда бик борондан таралыуын археологик тикшеренеүҙәр ваҡытында табылған предметтарҙың йәнлек стилендә төшөрөлгән һүрәттәрендә йыш осраған һындарҙың береһе айыу булыуы дәлилләй (ҡара: Филипповка ҡурғандары һ.б.). А.к. бик күп һинд‑европа, кавказ, урал‑алтай һ.б. халыҡтарҙа таралған була.

Әҙәб.: Киреев А.Н. Культ медведя в древних верованиях и отражение его в фольклоре башкирского народа //Фольклор народов РСФСР. Уфа, 1979.

А.Ф.Илембәтова

Тәрж. Г.М.Ҡотоева

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018