ИСЛАХОВ Фазлетдин Фәррәх улы (17.6.1944, БАССР‑ҙың Балаҡатай р‑ны Монас а. – 18.4.2016, БР-ҙың ш. уҡ районы Яңыбай а.), график. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2000). Журналистар союзы ағзаһы (1979). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1969; педагогы Р.М.Нурмөхәмәтов) Баймаҡ ҡ. мәҙәниәт учреждениеларында, 1971 й. алып Өфөлә эшләй. 1992—2011 йй. “Китап” нәшриәтенең художество мөхәррире, баш рәссамы. И. ижадындағы төп йүнәлеш — китап графикаһы. 200‑ҙән ашыу китап, ш. иҫ. “Ҡөрьән‑Кәрим”де (1993; ҡара: Ҡөрьән) биҙәгән. Дәүләт гербы проекты авторы (1993), “БР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы”, “БР‑ҙың халыҡ депутаты”, “БР‑ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре”, “БР‑ҙың фән һәм техника буйынса Дәүләт премияһы лауреаты” һ.б. түшкә таға торған билдәләрҙең эскиздарын эшләгән.

М.Л.Әхмәҙуллин

Тәрж. Т.Х.Ишкинин

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018