ИСЛАМОВ Рафаэль Ғәле улы (1.3.1954, Өфө — 12.10.1998, шунда уҡ), фоторәссам. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). Фоторәссамдар союзы ағзаһы (1991). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) «Башфото “Нур”» Башҡ. респ. фоторәсем эштәре ПБ инженеры, 1978 й. алып 1‑се СПТУ, 1981 й. — 70‑се СПТУ уҡытыусыһы. И. ижады жанр төрлөлөгө (пейзаж, портрет, тематик композициялар) м‑н айырыла: “Бөрйән Дон Кихоты”, “Йылғала ҡояш байыуы”, “Аттар”, “Беренсе класс балалары”, “Әсә ҡулдары”, “Ҡарттар” һ.б. “Ағиҙел” кинофотоклубы ағзаһы (1979). 1983 й. алып фотокүргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: “Дуҫтар күҙе менән Һиндостан” (1983), “Башҡортостаным” (1993), “Төрөк мотивтары” (1994), “Башҡорт мотивтары” (1996), “Оҫта һәм өйрәнсектәр” (1997; бөтәһе лә — Өфө). И. эштәре Милли музейҙа, Рәсәй һәм сит ил музейҙарында, галереяларында, шәхси йыйылмаларында һаҡлана. Бөтә Рәсәй проф. фотографтар күргәҙмәләре (Мәскәү, 1986, 1988), Бөтә Союз проф. фотографтар конкурсы (Минск, 1990), “Башҡорт фотографияһы” респ. фотоконкурсы (Өфө, 1990, 1991; Гран‑при) лауреаты.

Л.С.Исламова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018