ИСЛАМҒОЛОВА Кинйәбикә Бастай ҡыҙы (22.1.1953, Һарытау өлк. Күсембәт а.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (1994), БАССР‑ҙың атҡ. (1981) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1972; Л.В.Вәлиев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы), ӨДСИ‑не (1986; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы), Рәсәй сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙм‑рҙәрен яңынан әҙерләү ин‑тын (Мәскәү, 1995; М.М.Новохижин курсы) тамамлаған. 1972 й. алып Сибай башҡ. драма театры, 1989 й. — Салауат башҡ. драма театры, 1990—2001 йй. Стәрлетамаҡ башҡ. драма театры актрисаһы, бер үк ваҡытта 1995—99 йй. Башҡ. респ. мәҙәниәт техникумы (Стәрлетамаҡ ҡ.), 2002—03 йй. “Н.Л. Крачковскаяның актёр оҫталығы мәктәбе” (Мәскәү) уҡытыусыһы, 2006—10 йй. “Башҡортостан” к/ст йәмәғәтселек м‑н бәйләнеш белгесе.

И. актёрлыҡ эштәре сағыу темперамент, дәрт м‑н айырыла. Төп ролдәре: Сибай башҡорт драма театрында — Ҡарлуғас (“Һыу юлы”, Н.Асанбаев; дебют, 1972), Ану (“Салауат. Өн аралаш ете төш”, М.Кәрим), Баҙыян (“Башҡорт туйы)”; Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында — королева Елизавета (“Ричард III”, У.Шекспир), Инна (“Мурлин‑Мурло”, Н.В.Коляда), Тәнзилә (“Мөхәббәт ҡарағы”, Ф.М.Бүләков). Т.Ғ.Миңнуллиндың “Диләфрүзгә дүрт кейәү” спектаклен ҡуя (2000; Стәрлетамаҡ башҡ. драма театры). “Диуана” (“Блаженная”; М.Горький ис. к/ст), “Минең ҙур әрмән туйым” (“Моя большая армянская свадьба”; “Мосфильм”, икеһе лә — 2004) фильмдарында төшкән. А.А.Солтановҡа арналған “Күңел моңо” (“Песнь души”; “Башҡортостан” к/ст; 2013) документаль фильмының продюсеры.

А.Ә.Балғажина, З.В.Сәйфуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018