ЗЕФИРОВ Николай Серафимович (13.9.1935, Ярославль ҡ.), химик-органик. РФА акад. (1987), БР ФА‑ның почётлы акад. (1991), химия ф. д‑ры (1965), проф. (1971). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1958) шунда уҡ эшләй, 1993 й. алып органик химия каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1987 й. башлап РФА‑ның Н.Д.Зелинский ис. Органик химия ин‑тында лаб. мөдире, 1989 й. – РФА‑ның Физиол. актив матдәләр ин‑ты (Мәскәү өлк. Черноголовка ҡсб) директоры. Фәнни эшмәкәрлеге стереохимия һәм конформацион анализ өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, молекулаларҙың реакцияға һәләтенең уларҙың структураһына бәйле булыуын өйрәнеүгә арналған. З. тарафынан молекулаларҙың тотороҡһоҙ конформацияларын стабилләштергән эффекттар асыла; гетеро‑ һәм полициклик берләшмәләрҙең полифункционал сығарылмаларын алыу ысулдары эшләнгән; электрофил ҡушылыу реакцияларында стереоконтролдең яңы концепцияһы билдәләнә, циклопропан структуралар класы (триангуландар) асыла, органик синтезлауға яңы реагенттар, ш. иҫ. З. реагенты, индерелә. З. етәкс. органик берләшмәләрҙең структураһын компьютерҙа моделләү программалары төҙөлгән. Башҡортостан ғалимдары м‑н берлектә яңы фәнни йүнәлеш булдыра – органик берләшмәләрҙең, ш. иҫ. полихлорциклоалкандарҙың, скелетта төркөмдәр үҙгәреше өйрәнеү өсөн ЭВМ файҙаланыу. Органик химияла яңы реакцияларҙы һәм реагенттарҙы эшләү, маҡсатҡа ярашлы берләшмәләрҙе йүнәлешле синтезлау б‑са фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусы. 1300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 100 уйлап табыу авторы. 1989–91 йй. “Журнал органической химии” (“Органик химия журналы”), 1986 й. алып “Химик энциклопедия” нәшриәт йортоноң баш мөхәррире. СССР‑ҙың Дәүләт (1989), РФ‑тың Дәүләт (2000), СССР‑ҙың МС (1987), РФ Хөкүмәтенең (2003), М.В.омоносов ис. (1983), А.М.Бутлеров ис. (1994) пр. лауреаты. “Почёт Билдәһе” (1985), Почёт (2001), Дуҫлыҡ (1995) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Химия гексахлорциклопентадеина и родственных соединений. М., 1985 (авторҙ); Циклоприсоединение дихлоркарбена к олефинам. М., 1985 (авторҙ.); Электрофильная внутримолекулярная циклизация олефинов. Киев, 1990 (авторҙ.).

У.М.Джемилев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика