ИСҠУЖИН Әҙеһәм Динислам улы [27.1.1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Темәс а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 19.3.2003, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], ҡурайсы, халыҡ йырсыһы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Темәс башҡ. пед. уч‑щеһын (1945), Умань осоусылар хәрби уч‑щеһын (1954), БДУ‑ны (1971) тамамлаған. 1945 й. алып Баймаҡ р‑нының Йомаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡыта; 1961—96 йй. Өфөлә: Рәми Ғарипов ис. 1‑се башҡ. респ. гимназия-интернатында, 20‑се ҡала башҡ. гимназияһында эшләй, бер үк ваҡытта ҡурай түңәрәктәрен етәкләй. И. сәнғәте башҡарыуҙың баҫалҡы‑ҡаты, эпик манераһы м‑н айырылып тора. Башҡортостандың Урал аръяғында барлыҡҡа килгән ҡурайҙа уйнауҙың классик традицияларын дауам итеүсе. Репертуарында 200‑ҙән ашыу башҡ. халыҡ йыры һәм инструменталь көйҙәре: “Әрме”, “Буранбай”, “Зәйнулла”, “Һыр”, “Тәфтиләү”, “Эскадрон” һ.б. Уҡыусылары араһында А.М.Айытҡолов, Р.Ф.Ғәбитов, Ю.И.Ғәйнетдинов, А.М.Ҡобағошов, З.И.Хәлилов, Р.Н.Юлдашев. Темәс һәм Өфөнөң 9‑сы балалар музыка мәктәптәренә, Гимназия‑интернат №1 ҡурайсылары ансамбленә һәм ҡурай кабинетына И. исеме бирелгән; уның исеме м‑н тыуған ауылында һәм Баймаҡ ҡ. урамдар аталған. 2008 й. Өфөлә И. ис. асыҡ ҡала ҡурайсылар конкурсы ойошторола.

Ю.И.Ғәйнетдинов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.