ЗЕНЦОВ Вячеслав Николаевич (4.6.1955, Өфө), инженер-төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (2005), проф. (2010). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2005). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй (өҙөклөк м‑н). 1984—98 йй. БР‑ҙың төҙөлөш комплексы пр‑тиеларында эшләгән. Фәнни хеҙмәттәре ер аҫты коммуникацияларын электрохимик коррозиянан һаҡлау, көнкүреш һәм сәнәғәт ағынты һыуҙарын таҙартыуҙы интенсивлаштырыу проблемаларына арналған. З. тарафынан анод ер тоташтырғыстарҙың кокс үртәмәһе м‑н көпләнгән төрөн (магистраль нефть үткәргестәре һәм газ торбалары өсөн уларҙы етештереү “Уфагаз” ААЙ‑нда ойошторолған) яһау технологияһы эшләнә. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 45 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Современная техника и технология защиты от коррозии: (теория и практика). М., 2005 (авторҙ.).

Д.Л.Рахманҡолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика