ИҪӘНҒОЛОВА Гөлсөм Сабир ҡыҙы (10.6.1938, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Дәүләтҡол а.), актриса. БР‑ҙың (1996) һәм ТАССР‑ҙың (1988) халыҡ, ТАССР-ҙың атҡ. (1974) артисы. М.С.Щепкин ис. Театр уч‑щеһын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1961; М.Н.Гладков курсы) Ғ.Камал ис. Татар театрында актриса, бер үк ваҡытта 1981—89 йй. Ҡазан театр уч‑щеһында уҡыта. И. драматик һәләтенә киҫкен театраль тәьҫирлелек, дәрт, ихтыярлы характерҙар тыуҙырыуға ынтылыш хас. Төп ролдәре: Зәйтүнә (“Беҙ айырылмабыҙ”, Ш.Шаһғәли; дебют, 1961), Роза (“Эңер”, А.М.Ғиләжев), Сажиҙә (“Хушығыҙ!”, Т.Ғ.Миңнуллин); башҡ. яҙыусылары әҫәрҙәре б‑са спектаклдәрҙә: Шәфәҡ (“Ай тотолған төндә”), Йәмилә (“Ҡыҙ урлау”), Гера (“Ташлама утты, Прометей!”; бөтәһе лә — М.Кәрим), Сәлимә (“Әбейҙәргә ни етмәй”, Ф.М.Бүләков) һ.б.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке