ИҪӘНБӘТ Празат Нәҡи улы (9.10.1927, Өфө — 15.12.2001, Ҡазан), актёр, режиссёр. РСФСР‑ҙың (1986) һәм ТАССР‑ҙың (1967) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, ТАССР‑ҙың халыҡ артисы (1981). Н.Иҫәнбәттең улы. ГИТИС-тың татар драма студияһын (1949; О.И.Пыжова курсы), ГИТИС‑ты (1958; Н.М.Горчаков курсы) тамамлаған. 1949 й. алып Ҡазан йәш тамашасылар театрының татар труппаһы актёры, 1950—52 йй. һәм 1957 й. алып Ғ.Камал ис. Татар театры актёры, реж., 1965—98 йй. реж., бер үк ваҡытта 1958—61 йй. — Ҡазан Ҙур драма театры эргәһендәге студияла, 1983—86 йй. Ҡазан мәҙәниәт ин‑тында уҡыта. Башлыса классик драматургияла төрлө пландағы ролдәр уйнай: Дерамо (“Болан батша” —“Король Олень”, К.Гоцци; дебют, 1949), Синцов (“Дошмандар” —“Враги”, М.Горький), Васильков (“Ҡоторған аҡсалар” — “Бешеные деньги”, а.Н.Островский) һ.б. Ф.Әмирхан, Ш.Бабич, М.Ғафури, Ғ.Туҡай һ.б. әҫәрҙәре б‑са әҙәби программалар м‑н сығыш яһай. И. режиссёрлыҡ сәнғәтенә художестволы идея бөтөнлөгө, аныҡ төҙөклөк, психологик яҡтан ышандырыу, лирик интонация хас: Н.Иҫәнбәттең “Муса Йәлил” (1957; дебют), М.Горький әҫ. б‑са И. “Һауаларҙа йондоҙ” (“Как звёзды в небе), М.Кәримдең “Йырланмаған йыр”, Н.Иҫәнбәттең С.Ғиззәтуллина‑Волжская яҙмышына арналған “Гөльямал” (премьераһы 1963 й. гастролдәр ваҡытында Башҡорт драма театры сәхнәһендә була) спектаклдәре. БАДТ сәхнәһендә “Әбейҙәргә ни етмәй” спектаклен ҡуя (Ф.М.Бүләков, 1993). Уҡыусылары араһында ТР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре М.Ә.Шиһапов, ТАССР‑ҙың халыҡ артистары И.В.Баһманов, Н.Гәрәева.

 Әҙәб.: Празат Исәнбәт. Казан, 2007.

А.Ә.Балғазина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке