АЙЫУ БАЛАНЫ (Lonicera), айыу баланы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа таралған.

Башҡортостанда 4 төрө үҫә: алтай А.б., ябай А.б., субарктик А.б., татар А.б. Япраҡ ҡойоусы ҡыуаҡ, бейеклеге 3 м тиклем. Япрағы ябай, бөтөн, оҙонса‑ялпаҡ, эллиптик, ҡыҫҡа һаплы, ҡапма-ҡаршы. Япраҡ ҡуйынында урынлашҡан сәскәләре парлы, аҡ, йәшкелт аҡ, аҡһыл һары, һирәгерәк алһыу йәки ҡыҙыл, май—июндә сәскә ата. Емеше оҙонса, июнь—июлдә өлгөрә. Ябай А.б. Башҡортостандың Урал алды, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш өлөшөндә киң япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарҙың ваҡ ағаслыҡтарында; татар А.б. — респ. дала һәм урман‑дала райондарында йылғаларҙың һыубаҫар туғайында һәм йырында үҫә; алтай А.б. Ирәмәл тауының урман бүлкәтенең үрге өлөшөндә һәм асыҡ болононда; субарктик А.б. Өфө яйлаһында, Ирәмәл, Яланғас һ.б. тауҙарҙа үҫә. Татар А.б. урман һыҙаты булдырғанда һәм декоратив үҫемлек булараҡ файҙаланыла. Үҫемлектәр культураһында ябай А.б. үҫтерелә. Бейеклеге 1,5 м тиклем булған ҡыуаҡ. Сәскәһе эре, аҡһыл һары. Емеше ҡараһыу күк, ауырлығы 1,5 г тиклем, составында В төркөмө, С, А, Р, РР витаминдары; натрий, калий, магний, тимер, фосфор һ.б. бар. Ябай А.б. емеш культуралары араһында иң иртә өлгөрөүсе, емештәре июндең 1‑се декадаһында бешә, тиҙ ҡойола. Ҡышҡа, һыуыҡҡа сыҙамлы. Юғары уңыш алыу өсөн бер участкаға 2—3 сорт ултыртыла. Ағас һәм йәшел ботаҡтан, үренденән һәм орлоҡтан үрсетелә. Көҙөн ике йыллыҡ үҫентеләр 5—7 см тәрәнлеккә, рәт араларын 2 —3 м, үҫемлектәр араһын 1,0—1,5 м ҡалдырып ултыртыла. Яҙын аҙ ғына ҡырҡыла (2—3 бөрө). Уңдырышлылығы 25—30 ц/га (Кушнаренко тәжрибә‑производство хужалығы, 2009). Емеше яңы йыйылған һәм эшкәртелгән килеш ҡулланыла. А.б. агротехникаһын эшләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1937 й. алып Кушнаренко тәжрибә‑производство хужалығы, Бөрө сорт һынау участкаһы һәм «“Шишмә” емеш үҫтереү совхозы» ДУАХП‑нда алып барыла. А.б. респ. бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә. БР б‑са респ. селекционерҙары сығарған Длинноплодная, Изюминка, Памяти Гидзюка һ.б. сорттар ҡулланылышҡа индерелгән.

Г.Ә.Мансуров, А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018