ЗЕЛИНСКИЙ Николай Дмитриевич (25.1.1861, Тирасполь ҡ. — 31.7.1953, Мәскәү), химик‑органик. СССР ФА акад. (1929). Соц. Хеҙмәт Геройы (1945). Фәнни хеҙмәттәре нефть углеводородтары химияһына һәм уларҙың каталитик әүерелештәренә, мотор яғыулығын етештереү һәм көкөртһөҙләндереү мәсьәләләренә арналған. З. тарафынан органик химия һәм нефть химияһы өлкәһендә фәнни мәктәп булдырылған; каталитик крекинг процесы нигеҙе — нафтен углеводородтарын ароматиктарға дегидрирлау реакцияһы асылған; рус армияһын ҡоралландырыуға ҡабул ителгән универсаль противогаз эшләнгән. 30‑сы йй. юғары көкөртлө Урал нефттәрен, ш. иҫ. Ишембай нефть ятҡылығы нефтен, көкөртһөҙләндереү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрә. В.И.Ленин (1934), Сталин (1942, 1946, 1948) ис. пр. лауреаты.

Хеҙм.: Избранные труды. М., 1968.

Ғ.Ғ.Бикбаева

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика