ИРНАЗАРОВА Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы (15.3.1915, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Темәс а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 3.11.2000, Сибай ҡ.), актриса. БАССРҙың атҡ. артисы (1972). 1941 й. Башҡ. филармонияһы солисы, 1942—73 йй. Сибай ҡала драма театры актрисаһы.

И. тәүге, башлыса муз. спектаклдәрҙәге ролдәренә лиризм һәм хислелек хас: Сәрүәр (“Башмағым”; дебют, 1942), Айһылыу (“Һаҡмар”, С.М.Мифтахов), Ғәлиәбаныу (“Ғәлиәбаныу”), Таңсулпан (Ҡ.Даяндың ш. уҡ исемле драмаһы). Актриса ижадындағы артабанғы ролдәренең береһе — Шәмсинур (“Ул ҡайтты”, Ә.Ҡ.Атнабаев) — тәрән драматизм м‑н айырылып тора. Башҡ. халыҡ йырҙары “Ашҡаҙар”, “Ғилмияза”, “Ғүмәров”, “Зөлхизә” һ.б. оҫта башҡара. Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт радиофестивале лауреаты (1937).

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке