Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/I/IRENDIK_noty.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/I/IRENDIK_noty.jpg'

ИРӘНДЕК”, башҡ. халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Тәүге тапҡыр С.Ғәбәши яҙып ала һәм “Башҡорт халҡ йырҙары” (1935) йыйынтығында баҫтыра. Артабан төрлө йылдарҙа Л.Н.Лебединский, И.В.Салтыков, Ғ.З.Сөләймәнов, Х.Ф.Әхмәтов тарафынан яҙып алына. Йыр һәм инструменталь көй варианттарын К.М.Дияровтан Ф.Х.Камаев яҙып ала. Дәртле бейеү көйлө боронғо һунарсы йыры. Легендаларҙың береһе б‑са, 18 б. уртаһында Ирәндек һырты матурлығына хайран ҡалған һунарсы һәм ҡурайсы Болғаир ижад иткән. Куплет формалы һәм ҙур булмаған диапазонлы көйгә асыҡ ритм, юƒарыƒа ынтылыусы интонация һәм етеҙ темп хас. Башҡарыусылары араһында Р.А. Гәрәев, Ф.Ф.Гәрәев, А.Ғ.Ғәлимов, Ф.З.Сәлихов, Ғ.С.Хәбибуллин. “И.” тауыш һәм фп. өсөн — М.М. Вәлиев, Әхмәтов, хор (a cappella) өсөн — С.Ғәбәши, С.Ә.Низаметдинов, М.П.Фоменков, хор һәм симфоник оркестр өсөн Салтыков эшкәртә. Йырҙың көйө “Сыңрау торна” балетында, Вәлиевтың “Һаҡмар” операһында, Н.Ғ.Сабитовтың Скрипка менән оркестр өсөн беренсе концертында, Х.Ф.Мостаев ҡуйған ш. уҡ исемле бейеүҙә файҙаланыла.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Ә.Х.Ҡоҙабаева

Текст на русском языке