“ИРӘНДЕК”, Халыҡ ижады үҙәгенең (Баймаҡ ҡ.) бейеү ансамбле. 1983 й. ойошторола, 1989 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарында “Беләҙегем‑йөҙөгөм”, “Дуҫтар осрашҡанда”, “Зарифа”, “Ҡара юрға” башҡ. халыҡ бейеүҙәре, “Каруанһарай”, “Сонайым” (ҡара: “Сонайым”) хореографик картиналары; “Ҡайтыу”, “Күңелле тапылдау” (“Топотуха‑веселуха”), “Болон һыҙғыртҡысы” (“Утушка луговая”) жанр бейеүҙәре һ.б. “Һиңә, Мәскәү!” (“Тебе, Москва!”) Бөтә Рәсәй фольклор байрамы (Мәскәү, 1987), Фольклор коллективтарының йыр һәм бейеү фестивале (Галле округы, ГДР, 1989), Ырымбур өлк. БР көндәре (1996), “Славян юлы” (“Славянский ход”) Бөтә Союз фестивале (Мәскәү, 1991), халыҡ‑ара фольклор фестивалдәрендә (Италия, 1993; Бельгия, 1997) ҡатнаша. Рәсәй, Бельгия, Германия, Италия буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә Союз үҙешмәкәр художестволы ижад смотры (Мәскәү, 1985), Респ. халыҡ бейеүҙәре (Учалы ҡ., Гран‑при), Ф.Ғәскәров ис. халыҡ бейеүе фестивалдәре (икеһе лә — 1994), “Берҙәмлек — Содружество” халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале (1996); “Еңеү салюты” (“Салют Победы”) респ. халыҡ ижады фестивале (2000), “Башҡортостан – Урал ынйыһы” (“Башкортостан — жемчужина Урала”) халыҡ ижады форумы дипломанты (2005; бөтәһе лә — Өфө). Б.Вәлид ис. пр. (1997) лауреаты. Художество етәкселәре: БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, Ғ.Сәләм ис. пр. лауреаты Д.М.Исҡужин (нигеҙ һалыусы), В.Р.Баймырҙин. Бейеүҙе сәхнәгә ҡуйыусылар: Й.З.Бикбирҙин, Р.Й.Низаметдинов, И.И.Мөхәмәтйәнов.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018