“ИРӘНДЕК”, Башҡорт дәүләт университетының бейеү ансамбле. 1971 й. ойошторола, 1977 й. “халыҡ” исемен ала, 1989 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Репертуарында башҡ. хореографияһы классикаһы: “Гөлнәзирә”, “Һунарсы” (ҡара: “Перовский”); халыҡ һәм жанр бейеүҙәре: “Байтал юрға”, “Ирәндек”, “Киндер туҡмау”, “Баҙарҙан ҡайтҡанда”, “Яҙғы уйындар”, “Ай яҡтырта” (“Светит месяц”), “Тимоня”, “Һоҡландырғыс лотостар” (“Зачарованные лотосы”); вокаль‑хореографик композициялар: “Мендәркәй” (“Подушечка”), “Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле” (“Чернобровый, черноокий”); донъя халыҡтары бейеүҙәре (аджар, венгр, испан, мексикан, немец, поляк һ.б.). Рәсәй һәм сит илдәр (Болгария, Германия, Италия, Польша, Төркиә һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. “Студент яҙы” (“Студенческая весна”) Респ. Башҡортостан вуздары студенттарының художество ижады фестивале (1984, 1991—98, 2001, 2006; бөтәһе лә — Өфө), “Күңелле йәйғор” (“Весёлая радуга”) Халыҡ‑ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестивале‑конкурсы (Одесса ҡ., Украина, 2003), Ф.Ғәскәров ис. призға Төбәк‑ара халыҡ бейеүе ансамблдәре фестивале (Өфө, 2005; Гран‑при) лауреаты; “Рәсәй студент яҙы” (“Российская студенческая весна”) Бөтә Рәсәй фестивале (Һамар ҡ., 2002; Төмән ҡ., 2011) дипломанты. Ойоштороусыһы һәм тәүге художество етәксеһе — Е.Н.Варламова. Художество етәкселәре һәм бейеүҙе сәхнәгә ҡуйыусылар: БР‑ҙың атҡ. артистары Г.В.Аҡназарова, Л.К. Вычужанова, Э.З.Әбделмәнова, БР‑ҙың атҡ. артисы Ф.С.Әбделмәнов.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке