“ИРӘМӘЛ”, “Ирәмәл” балалар ижады үҙәгенең (Учалы р‑ны Уральск а.) бейеү ансамбле. 1988 й. ойошторола. РФ‑тың (2004), БР‑ҙың (1995) “өлгөлө” ансамбле. Составында 5—17 йәштәге 100‑ҙән ашыу ҡатнашыусы. Бейеүҙәр ансамблдең үҙ оркестрына (етәксеһе И.Х.Йомағужин) ҡушылып башҡарыла. Репертуарында башҡ. халыҡ бейеү сәнғәте классикаһы: “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Гөлнәзирә”, “Ете ҡыҙ”; уйынлы бейеүҙәр — “Беләҙегем—йөҙөгөм”, “Ауылым урамдары”; сюжетлы — “Ҡурай моңона”, “Тимербайҙың улдары”; күмәк тамаша бейеүҙәр — “Тарпандар”; урыҫ, татар, авар, ҡалмыҡ, румын һ.б. халыҡ бейеүҙәре. “Быуаттар артылышында” респ. халыҡ ижады телефестивале (2000), “Башҡортостан аҫылташтары” (“Самоцветы Башкортостана”) халыҡ ижады фестивале (2002; Гран‑при), “Башҡортостан йондоҙсоҡтары” (“Звёздочки Башкортостана”) йәш таланттар конкурсы (2005), “Яңғырауыҡ үксә” (“Звонкий каблучок”) балалар халыҡ бейеүҙәре коллективтары конкурсы (2006; 2008, Гран‑при; бөтәһе лә — Өфө), “Дуҫлыҡ әйлән‑бәйләне” (“Хоровод дружбы”) балалар халыҡ хореографияһы фестивале (Туймазы ҡ., 2007), Халыҡ бейеүен яңғыҙ башҡарыусылар конкурсы (Учалы ҡ., 2007), “Байыҡ” башҡ. бейеүе балалар конкурсы (Күгәрсен р‑ны, 2011), “Алмас ҡырҙары” (“Алмазные грани”) төбәкара йәш таланттар (Екатеринбург ҡ., 2005), “Бейе, Волга буйы” (“Танцуй, Поволжье”) Бөтә Рәсәй халыҡ бейеүҙәре (Пенза ҡ., 2008; Гран‑при) фестиваль‑конкурстары лауреаты. Төркиә буйлап гастролдә була. Ойоштороусылары: Р.Й.Низаметдинов, Р.Н.Хажиева; художество етәкселәре: Р.Ф.Ғәфуров, А.Р.Кәримова, Ф.Ф.Кәримов, Низаметдинов, Н.Ә.Рябцева. Бейеүҙәрҙе ҡуйыусылар: Ғәфуров, Ф.Ә.Ғәскәров, Кәримов, Кәримова, Низаметдинов, Х.Ф.Мостаев, Рябцева һ.б.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018