АЙЫУ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Иҫәнғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 9 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнс. табан 52 км алыҫлыҡта Ташлы й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 147 кеше; 1920 — 158; 1939 — 158; 1959 — 154; 1989 — 151; 2002 — 161; 2010 — 129 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й.  (10 йортта 54 кеше иҫәпкә алынған) Смаҡ булараҡ билдәле. Тәүге төпләнеүсе Әлибай Смаҡов фамилияһы м‑н аталған, легендаға ярашлы, уның ҡушаматы Айыу булған, ауылдың хәҙ. исеме шуға бәйле. Шулай уҡ Смаҡ-Айыу, Ташлы-Айыу исемдәре м‑н теркәлгән. 1866 й. 29 йортта 111 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән. 20 б. 30‑сы йй. Айып булараҡ иҫәпкә алынған, 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.