ИНСТРУМЕНТАЛЬ АНСАМБЛДӘР, бергә сығыш яһар өсөн берләшкән музыканттар коллективы. Ҡатнашыусылар һанына ҡарап дуэт, трио, квартет, квинтет, секстет һ.б. айырыла. Ансамблдә уйнау элементтары инструменталь халыҡ музыкаһында йәшәп килгән. Башҡортостанда ҡала мөхитендә өйҙә музыка ҡоралында уйнау традициялары барлыҡҡа килеү т‑дағы тәүге мәғлүмәттәр 19 б. 2‑се ярт. ҡарай. Өфөлә 1870—80‑се йй. скрипкасы Д.Н.Севастьянов етәкс. музыканттар сит ил һәм урыҫ композиторҙарының квартет музыкаһы кисәләре уҙғара. Ансамбль м‑н башҡарыу Йыр, музыка һәм драма сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәтенең, милли әҙәбиәт һәм музыка түңәрәктәренең концерт программаларында ҙур урын ала. Революциянан (1917) һуң, музыка мәктәбе №1 һәм Башҡ. муз. техникумы (ҡара: Сәнғәт училищеһы) асылыу м‑н концерт эшмәкәрлеге йәнләнә. Ансамблдә техникум уҡытыусылары М.И.Андржеевская (фп.), С.А.Попов (скрипка), Ф.П.Садовский (виолончель) сығыш яһай. Милли сәнғәт һөйөүселәр араһында 1927 й. Башҡорт драма театры эргәһендә ойошторолған 1‑се башҡ. халыҡ муз. ҡоралдары ансамбле танылыу яулай, уның составында ҡурайсылар Й.М.Иҫәнбаев, Ғ.Ғ.Ушанов, Х.Б.Әхмәтов, гармунсы Ғ.М.Минһажев, скрипкасы һәм художество етәксеһе Х.К.Ибраһимов була. Репертуары халыҡ көйҙәре импровизацияларынан һәм эш- кәртеүҙәренән тора. 1931 й. Өфө радиотапшырыуҙар компанияһының муз. бүлегендә дүрт ҡыллы думбыра квартеты төҙөлә, аҙаҡ секстетҡа үҙгәртелә (художество етәксеһе П.П.Петухов). 40‑сы йй. алып Башҡорт филармонияһында фольклор һәм эстрада коллективтары барлыҡҡа килә: ҡурайсылар (художество етәкселәре Ғ.З.Сөләймәнов, И.И.Дилмөхәмәтов), эстрада (художество етәкселәре Н.Ғәлиев, Б.М.Ғайсин) ансамблдәре, Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең И.а., “Йәдкәр” фольклор ансамбле, “Дуҫтар” джаз ансамбле. Респ. муз. уҡыу йорттары И.а. башҡ. композиторҙары ижадын әүҙем пропагандалаусылар булып китә. 50‑се йй. аҙ. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыусыларҙың скрипкасылар ансамбле (художество етәкселәре М.Г.Файн, М.М.Цинман, М.Е.Швайштейн, БР- ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Б.Ғ.Әбделбаныев) эшләй. 70‑се йй. башлап концерт эшмәкәрлеген Сәнғәт академияһы педагогтары һәм студенттары ойошторған И.а. алып бара: Бөтә Рәсәй ҡыллы квартеттар конкурсы (Тбилиси, 1979) дипломанты булған ҡыллы квартет (художество етәкселәре А.А.Калачёв, БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре С.К.Саркисянс); Бөтә Рәсәй халыҡ муз. ҡоралдарында уйнаусылар конкурсы (Тула ҡ., 1986) дипломанты булған студенттарҙың И.а. (художество етәксеһе В.А.Башенёв); боронғо муз. ансамбле (художество етәксеһе Р.Ф.Сәлимова), баянсылар дуэты (Р.Ю.Шәйхетдинов һәм В.П.Суханов), ике составлы баянсылар триоһы (Шәйхетдинов, Суханов, Башенёв һәм БР‑ҙың атҡ. артисы В.В.Грачёв, С.М.Тюфяков, В.В.Фильчёв), баянсылар квинтеты (Шәйхетдинов, Суханов, Фильчёв, Тюфяков, Грачёв) һ.б. Уларҙың репертуарында сит ил, ватан, ш. иҫ. башҡ. композиторҙары әҫәрҙәре, баян өсөн эшкәртелгән халыҡ йырҙары. Муз. уҡыу йорттарының танылыу яулаған И.а. иҫәбендә — БДАУ‑ҙың Бөтә Рәсәй халыҡ муз. ҡоралдарында уйнаусылар конкурсы (Ленинград, 1982) лауреаты “Азамат” ҡурайсылар (художество етәкселәре Сөләймәнов, Р.Р.Рәхимов), Өфө сәнғәт уч‑щеһының виолончелистар (художество етәксеһе БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре В.В.Васильев), эстрада (художество етәкселәре Юлдыбаев, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Г.П.Маркоров, А.Д.Хәсәншин) ансамблдәре, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһының “Яйыҡ” ҡурайсылар ансамбле (художество етәкселәре БР‑ҙың атҡ. артисы А.Д.Рәхмәтуллин, Т.Х.Зәйнәшев), Н.Сабитов ис. 1‑се балалар муз. мәктәбенең (Өфө) “Дуҫлыҡ” башҡ. халыҡ муз. ҡоралдары фольклор ансамбле (художество етәкселәре Р.С.Рахманғолов, Р.З.Хәйрисламов) һ.б. “Забава” урыҫ халыҡ муз. ҡоралдары ансамбле респ. һәм унан ситтә айырыуса танылыу яулай. 20 б. аҙ. — 21 б. башында “Present” (художество етәкселәре БР‑ҙың атҡ. артисы Ю.Е.Разборов, Т.В. Кривоногова), Композиторҙар союзы эргәһендәге ҡыллы квартеты (художество етәксеһе А.А.Шисман), “Оскар‑ансамбль” ҡыллы квартеты һәм репертуарында танылған классик һәм джаз әҫәрҙәре, билдәле эстрада композицияларына аранжировкалар булған башҡа коллективтар барлыҡҡа килә (ҡара: Джаз, Эстрада музыкаһы).

Әҙәб.: Троицкая Л.Н., Ахмадиева Р.Р. Уфимское училище искусств. Уфа, 1992.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.