ЗӘЙНУЛЛИН Радик Әнүәр улы (2.4.1961, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол ҡсб), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (2003), проф. (2010). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1983) Химия ин‑тында эшләй. 1990 й. алып ӨДИСА‑ла: уҡытыусы, бер үк ваҡытта 1998—2006 йй. аспирантура бүлеге мөдире, 2007 й. башлап сифат бүлеге начальнигы. Фәнни хеҙмәттәре циклик олефиндарҙың озонолизы ярҙамында түбән молекуляр биорегуляторҙарҙы (феромондар, ювеноидтар һ.б.) йүнәлешле синтезлауға арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 15 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Семиохемики в защите зерна и продуктов его переработки от вредных насекомых. Уфа, 2005 (авторҙ.); Производство бальзамов и сиропов. СПб., 2011 (авторҙ.); Chemical and Physical Methods for Protecting Biopolimers Against Pests. New York, 2008 (авторҙ.).

С.В.Колесов

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика