ИМАШЕВА Ғәлиә Шакир ҡыҙы (17.5.1915, Томск губ. Каменск-на-Оби ҡ. – 5.1.1995, Өфө), театр рәссамы. РСФСР‑ҙың (1973) һәм БАССР‑ҙың (1970) халыҡ рәссамы, РСФСР‑ҙың (1955) һәм БАССР‑ҙың (1943) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Рәссамдар союзы ағзаһы (1938). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (1934; педагогтары Ҡ.С.Дәүләткилдеев, А.Э.Тюлькин) Баймаҡ колхоз-совхоз театры (ҡара: Сибай драма театры), 1936 й. алып БАДТ, 1944 й. — Учалы колхоз‑совхоз театры рәссамы, 1946—88 йй. БАДТ‑ның баш рәссамы. 1965—70 йй. БАССР‑ҙың Рәссамдар союзы идараһы рәйесе. Башҡортостанда проф. театр декорацияһы сәнғәтенә (ҡара: Сценография) нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 200-ҙән ашыу спектаклде биҙәй. И. ижады көнкүреште һүрәтләүҙән, ваҡиғаларҙы хикәйәләүҙән сценографияла символик дөйөмләштереү, ыҡсымлыҡ кимәленә күтәрелә, көндәлек тормоштағы этнографик деталдәр традицион милли донъяға ҡараштың метафоралы һәм аллегориялы образдарына әйләнә. Декорацияларҙың төҫ экспрессияһы сәхнәләге ваҡиғаларҙың тәьҫирлеген хәрәкәт хистәрен һәм психологизмын көсәйтеп ебәрә. Төп эштәре: Башҡорт драма театрында –Башмағым”; А.П.Чеховтың “Ваня ағай” (1954); Вольтерҙың “Магомет” пьесаһы б‑са “Мөхәммәт, йәки Нур һәм гүр” (1965); И.Х.Йомағоловтың “Нәркәс” (1967); М.Кәримдең Айгөл иле”, “Ай тотолған төндә”, “Салауат. Өн аралаш ете төш” (1972); Ә.М.Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын” (1975) спектаклдәре; Урыҫ драма театрында – Ҡ.Даяндың “Таңсулпан” (1957); Опера һәм балет театрында – Н.К.Чемберджиҙың Аҡбуҙат”, “Ҡарлуғас” (1941) опералары, “Сыңрау торна” балеты һ.б. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле өсөн, “Алтын атлы һыбайлы” (“Всадник на золотом коне”, “Мосфильм” к/ст; 1980) кинофильмы, БАДТ‑ның байтаҡ спектаклдәре өсөн костюм эскиздары авторы. Шулай уҡ рәсем сәнғәте һәм графика өлкәһендә лә ижад итә. 1937 й. алып күргәҙмәләрҙә, 1975 й. — халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә, Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ленинградта БАССР Мәҙәниәте көндәрендә (1969) ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Мәскәү (1972, 1974, 1985), Ленинград (1973, 1975), Алма‑Ата (1977, 1978), Ташкент (1978), Өфө (1978, 1979) ҡалалары. Эштәре БДХМ, А.А.Бахрушин ис. Театр музейында (Мәскәү) һ.б. һаҡлана. РСФСР-ҙың К.С.Станиславский ис. Дәүләт пр. лауреаты (1967). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1949, 1971).

Әҙәб.: Пикунова Г.Р. Галия Имашева. Уфа, 1968; Николаева Г.В. Галия Имашева. Л., 1983.

Л.С.Фәрзетдинова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке